Иҙрисов Роберт Хәбиб улы
Биографияһы
Иҙрисов Роберт Хәбиб улы 1944 йылдың 13 апрелендә Чкалов өлкәһенең (хәҙер Ырымбур өлкәһе) Домбаровск ҡасабаһында тыуған. 1969 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай. 1972—1987 йылдарҙа өлкән инженер һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1987 йылдан алып нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу буйынса Бөтә Рәсәй фәнни тикшеренеү институтының (ВНИИСПТнефть) лаборатория мөдире. 1974—1978 йылдарҙа Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының эксперименталь участкаһы начальнигы булып эшләй. 1987 йылдан Көнсығыш хәүефһеҙлек техникаһы һәм сәнәғәт санитарияһы ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары. 1991 йылдан Өфөләге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эштәре магистраль торба үткәргестәрҙе ремонтлау ваҡытында шартлау энергияһын ҡулланыу проблемаларына арналған, магистраль торба үткәргестәрҙе шартлаулы ҡырҡыу технологияһын эшләгән. Уның етәкселеге аҫтында нефть һәм газ сәнәғәте объекттарын файҙаланғанда һыу аҫты үткәүелдәрен файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса норматив документтар комплексы эшләнгән һәм ҡулланыуға индерелгән. 12 авторлыҡ танытмаһына һәм патентҡа эйә. 90-дан ашыу баҫма, шул иҫәптән 1 монография авторы[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Энциклопедия Урала(недоступная ссылка)