Ҡыуандыҡ районы
Ҡыуандыҡ районы | |||||
---|---|---|---|---|---|
Кувандыкский район | |||||
|
|||||
51°29′00″ с. ш. 57°21′00″ в. д.HGЯO | |||||
Ил | |||||
Инә | Ырымбур өлкәһе | ||||
Инә | 19 берекмә | ||||
Адм. үҙәк | Ҡыуандыҡ | ||||
Глава | Петрушин Анатолий Николаевич | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Ойошторолған | 1935 г. | ||||
Майҙаны |
6000
|
||||
Бейеклеге | |||||
• Максималь | 557 м | ||||
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) | ||||
Иҡтисады | |||||
Милли составы |
урыҫтар — 48%, башҡорттар — 24%, татарҙар — 12%, ҡаҙаҡтар — 7% |
||||
Һанлы идентификаторһар | |||||
Телефон коды | 35361 | ||||
Автом. номерҙар коды | 56 | ||||
|
|||||
Рәсми сайт | |||||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ҡыуандыҡ ҡала округы
Ҡыуандыҡ районы — Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан административ берәмек.
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район территорияһында Ырымбур ҡурсаулығыныӊ филиалы – “Айтуар далаһы” урынлашҡан. Пржевальский аты (лат. Equus ferus przewalskii) — Урта Азия төбәгендә йәшәүсе ҡырағай аттар төрө йәшәй. 2016 йылда ҡурсаулыкта Владимир Путин булды [1].
Ҡоролош[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район составында 19 ауыл биләмәһе була:[2]
- Ҡыуандыҡ ҡалаһы
- Ейәнсура ауыл Советы
- Ибраһим ауыл Советы
- Ильинский ауыл Советы
- Краснознаменский ауыл Советы
- Красносакмарский ауыл Советы
- Ҡороюл ауыл Советы
- Маячненский ауыл Советы
- Мөхәмәтйәр ауыл Советы
- Новопокровка ауыл Советы
- Новоракитян ауыл Советы
- Яңы Сара ауыл Советы
- Новосимбирка ауыл Советы
- Яңы Урал ауыл Советы
- Оноприеновка ауыл Советы
- Первомайский ауыл Советы
- Сара ауыл Советы
- Урал ауыл Советы
- Сабатар ауыл Советы
- Район территорияһында өлкә ҡарамағындағы Медногорск ҡалаһы урынлашҡан. Ул — төбөктең сәнәғәт һәм иҡтисад үҙәктәренең береһе. 2014 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡалала 26,5 мең кеше йәшәй.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рафаэль Аҙнағолов (13.2.1941 — 23.01.2015) — башҡорт теле белгесе, педагог-методист, филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (Үрге Үтәғоло ауылы).
- Горбань Василий Моисеевич (1918—1977) — совет хәрби етәксеһе, генерал-лейтенант, Советтар Союзы Геройы (Федосеевка ауылы).
- Мстислав Ҡулаев (1873—1958) — беренсе башҡорт алфавитын теҙөүсе (Ейәнсура ауылы).
- Туҡтағолов Артур Бәҙри улы (1967 й.т.) — йырсы, музыкант, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (Кесе Сурай ауылы).
- Риф Тойғонов (1946—2014) — танылған башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы рәйесе (Аҡсура ауылы).
- Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (1959) — Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танылған ғалим-педагог, философия фәндәре докторы, профессор, 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы (Буранғол ауылы).
- Фёдоров Павел Ильич — урыҫ совет яҙыусыһы, прозаик, «Генерал Доватор», «Витим золотой» китаптары авторы. (Ильинка ауылы).
- Шварёв Александр Ефимович, хәрби осоусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы РФ (Ҡыуандыҡ ҡалаһы).
- Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улы (20.08.1917—20.11.2004) — педагог, 1949—1977 йылдарҙа Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1960), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Асҡар ауылынан.
Ҡыуандыҡ башҡорттары — Советтар Cоюзы Геройҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәниф Фәйзуллин — Сабаҡлы ауылы[3].
- Йәғәфәр Әхмәтшин — Ҡотлой ауылы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ [1]
- ↑ Органы местного самоуправления 2010 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған? 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыуандыҡ районы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Официальный сайт Кувандыкского района 2008 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
- Район на сайте органов государственной власти 2014 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
- Район на сайте Оренбургской области
- САЙТЫ КУВАНДЫКА