Ейәнсура

Ейәнсура (рус. Зиянчурино) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы ауыл. Ейәнсура ауыл биләмәһенең үҙәге. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.

Халҡы — 1412[1] кеше (2010).

Топоним

Ауылдың башҡа атамалары — Собханғол, Йәнсура, Әбүбәкир (Бакир), Бәкәтәр. Ауылдың хәҙерге атамаһы — башҡорт батыры Ейәнсура (Йәнсура) исеменән алынған[2].

Тарих

Тәүге тапҡыр 1765 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы составында иҫкә алына[2].

1895 йылда М. Байышев «Записки Оренбургского Отдела Императорского Русского Географического Общества» журналында яҙып ҡалдырыуынса Орск өйәҙендә урынлашҡан был ауыл XVIII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә[3]. Мосолман зыяратында XVI быуатҡа ҡараған ташҡа нигеҙләнеп. ауылға бынан да иртәрәк нигеҙ һалынған тип фараз итәләр[4].

undefined

Шулай уҡ М. Байышев буйынса ауыл халҡы 480 кеше тәшкил иткән һәм бында үҫәргән башҡорттары йәшәгән. Ауылда манаралы таш мәсет янында мәктәп һәм мәҙрәсә, шулай уҡ урыҫ-башҡорт мәктәбе булған[3].

1922 йылдың 7 мартына ҡәҙәр Үҫәргән кантонының үҙәге була, ә шул уҡ йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә (Үтәғол улусының үҙәге була). 1930 йылдың 20 авгусынан ауыл Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районының үҙәге була. 1934 йылда яңы саҡ ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[5] Ейәнсура районы үҙәге була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[6].

1917 йылда 2-се Үҫәргән улусының Ейәнсура ауылында 133 ихатала 672 башҡорт йәшәһә, 1920 йылда 118 ихатала 581 кеше иҫәпкә алынған[7].

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900[8]
46 303 456 442
Халҡы иҫәбе
2010[1]
1412

Инфраструктура

Хәҙерге заманда ауылда урта мәктәп, етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар өсөн интернат-мәктәбе, мәҙәниәт йорто, китапхана, участка дауаханаһы, аптека, элемтә бүлеге, балалар баҡсаһы һ. б. бар.

Билдәле шәхестәр

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое иссле­дование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — С. 173. — 272 с. — ISBN 5-295-01337-5.
  3. 1 2 Сибагатова Р., Ураксин З. Ученый, политик и врач. Бельские просторы (2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2015.
  4. Деревня Зиянчурина Орского уезда Оренбургской губернии (2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2015.
  5. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  6. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  7. История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Белая река, 2019. — С. 182-183. — 704 с.
  8. Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт

  • Баишев М. Деревня Зианчурино Орского уезда Оренбургской губернии // Записки Оренбургского Отдела Императорского Русского Географического Общества. Петербург, 1895. — C. 1—38.
  • Кувандыкская энциклопедия. / гл. ред.-сост. изд. С. М. Стрельников. — Изд. 2-е, перераб. и доп. — Челябинск: Челябинский Дом печати, 2013.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә