Луговской (Ырымбур өлкәһе)

Географияһы

Луговской ауылы Новоуральск ауылынан 4 кенә км алыҫлыҡта, Ҡыҙылаҙырсай йылғаһы буйында урынлашҡан[3].

Климаты

Луговской ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[4].

Сәғәт бүлкәте

Луговской ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5].

[6].

Тарихы

Ауылда кете ырыуы ҡаҙаҡтары көн итә. Элгәре Аул № 2 тип йөрөтөлһә, 1960 йылғы исемлектәрҙә — «Приуральский» совхозының 4-се фермаһы[3].

1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Приуральский» совхозының 3-сө фермаһы Залужье тип атала башлай[7].

Этимологияһы

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, элгәре торама Аул № 2 тип йөрөтөлһә, һуңғараҡ 1960 йылда, «Приуральский» совхозының 4-се фермаһы тип атала. 1966 йылдың 17 октябренән Луговой тип атап йөрөтөлә. Был исем уның Бурлы йылғаһы туғайҙары тәбиғәтенән сығып бирелгән. Ҡаҙаҡтар ауылды Ҡыҙылаҙыр тип йөрөтә[3].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2010[8]
6

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/free_doc/new_site/perepis2010/croc/perepis_itogi1612.htm
  3. 1 2 3 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  6. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  7. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.

Әҙәбиәт

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Тема буйынса өҫтәмә