Буранғол (Ырымбур өлкәһе)
Ауыл | |||
Буранғол | |||
---|---|---|---|
51°32′18″ с. ш. 57°06′06″ в. д.HGЯO | |||
Ил |
![]() |
||
Федерация субъекты | Ырымбур өлкәһе | ||
Ҡала округы | Ҡыуандыҡ | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Тәүге телгә алыу | 1761 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | 133[1] кеше (2010) | ||
Конфессиялар | мосолмандар | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 462224 | ||
Автомобиль коды | 56 | ||
ОКАТО коды | 53 224 816 003 | ||
ОКТМО коды | 53 714 000 281 | ||
|
Бурағол менән бутамаҫҡа
Буранғол (рус. Бурангулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Буранғол ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1761 йылда[2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1795 йылда[3]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]
Халыҡ һаны
1795 | 1834 | 1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
119 | 239 | 387 | 332 | 434 | 280 | 222 | 262 | 235 | 172 |
2010[1] |
---|
133 |
Билдәле шәхестәре
- Буранғол Ҡыуатов (1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817).
- Ильясов Рәхим Фәтих улы (1946—1982) — фольклорсы.
- Ҡыуатов Ҡаһарман Буранғол улы (1787—1828) — кантон башлығы, яугир.
- Ҡыуатов Әлмөхәмәт Әхмәт улы (1827—?) — есаул-ротмистр, тел белеме буйынса кандидат (1849).
- Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (1959 т.) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2011),
- Ҡыуатов Таһир Буранғол улы — кантон башлығы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Бурангулово // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.