Бурағол

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бурағол
51°39′15″ с. ш. 56°56′41″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Ырымбур өлкәһе
Ҡала округы Ҡыуандыҡ
Тарихы һәм географияһы
Тәүге телгә алыу 1757
Элекке исеме Аҡбулат, Ҡыҙылтаң
Халҡы
Халҡы 171[1] кеше (2010)
Конфессиялар мосолмандар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 462203
Автомобиль коды 56
ОКАТО коды 53 224 855 003
ОКТМО коды 53 714 000 491
Показать/скрыть карты
Бурағол (Рәсәй)
Бурағол
Бурағол (Ырымбур өлкәһе)
Бурағол

Бурағол (рус. Барангулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡмар һәм Ҡороюл йылғалары буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бурағол (Аҡбулат, Ҡыҙылтаң) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1757 йылда[2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1795 йылда[3]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1795 1816 1834 1859 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
185 124 226 337 329 244 250 251 289 301 170
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
171

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 95 % тәшкил итә[6].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Байбулат Торсонбаев (1783—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  6. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.