Байбулат Торсонбаев

Байбулат Торсонбаев (1783—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Байбулат Торсонбаев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Бурағол[1] (йәки Буранғол[2]) ауылында йәшәгән.

1801 йылдың 9 майынан казак булып хеҙмәт итә башлай[1].

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның составында Байбулат Торсонбаев хеҙмәт итә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә — Гродно, 2 августта — Смоленск (Красный), 3-5 сентябрендә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алышҡа инә[4].

1-се Башҡорт атлы полкы составында 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа, 1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4]. Данциг янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Изге Георгий Хәрби ордены менән бүләкләнә[1].

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].

1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[4].

1804, 1808, 1810, 1810, 1819, 1827 һәм 1836 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[1].

1827 йылдың 4 декабрендә урядник званиеһын ала.

Бүләктәре

Ғаиләһе

Ҡатыны — Ҡарасәс; улдары — Итбай һәм Дәүләтшаһ; ҡыҙҙары — Хәнифә[1].

Әҙәбиәт