Һарыбай (Ҡыуандыҡ районы)
Һарыбай (рус. Сарбаево) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
Һарыбай ауылы округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡараҡ туранан яҡынса 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Ҡороған йылғаһының һул ярында, Беренсе Май ауылынан 4 км алыҫлыҡта, тимер юлынан саҡ ҡына һулдараҡ ята[3][4].
Климаты
Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләшә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тан +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Иң һалҡын ай — ғинуар, уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Йыллыҡ атмосфера яуым-төшөмө 300-ҙән 450—550 миллиметрға тиклем етә, шул уҡ ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға тура килә (яҡынса 70 %). Ярайһы уҡ тотороҡло ҡар ҡатламы, ул уртаса алғанда 150 көн дауамында ята[5].
Тарихы
1871 йылдан ауыл Һарыбай исеме менән телгә алына. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Беренсе Май ауыл Советына инә, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡалаһы округы составында булып ҡала[6].
Халҡы
2002 йылдың халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса даими рәүештә 77 кеше (башҡорттар 95 %) йәшәгән 2010 йылға 45[7] кеше ҡалған.
Этимологияһы
Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Кувандыкский край в географ ических названиях» тигән китабында тауҙың атамаһын Һарыбай тигән антропонимдан килеп сыҡҡан, тип яҙа[3] Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәт тә ошо фаразды раҫлай[8].
Әйткәндәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округында йәнә бер Һарыбай ауылы бар, ул документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[9]. Риүәйәт буйынса, был Һарыбай ауылы Дим йылғаһы бассейнынан килгән башҡорттар тарафынан нигеҙләнгән һәм Сәскәкүл күле буйында урынлашҡан[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 1 2 3 С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
- ↑ Природа Оренбургской области 2021 йылдың 26 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
- ↑ Природа Оренбургской области 2021 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
Әҙәбиәт
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.