Ҡансыра (Ырымбур өлкәһе)

Ҡансыра (Кәнсер; рус. Канчирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Зеленая Роща ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[2]
173

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[3].

Билдәле шәхестәре