Ҡәйепҡол (Ырымбур өлкәһе)

Ҡәйепҡол (рус. Каяпкулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Георгиевка ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Тәүге тапҡыр 1764 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[2]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона керә[3].

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була.

ВЦИК ҡарарына ярашлы, 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900 1920[2][3]
78 212 331 466 526
Халҡы иҫәбе
2010[4]
122

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[5].

Билдәле шәхестәр

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. 1 2 3 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
  3. 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 183-185, 194. — 616 с.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.