Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов | |
Гражданлығы | |
---|---|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы |
Балалары | Абдразаҡов Асҡар Әмир улы и Абдразаҡов Илдар Әмир улы |
Заты | ир-ат |
Вафат булған көнө | 6 март 2008 (74 йәш) |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1934 |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған урыны |
Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15 ғинуар 1934 йыл — 6 март 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған.
1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) О. И. Пыжков һәм Б. В. Бибиков класы буйынса тамамлай һәм актёрлыҡ эшен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Унда 1962 йылғаса эшләй.
1962 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетына режиссёрлыҡ эшенә күсерелә. Ф. Биишев менән берлектә Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса тәүге күп сериялы телевизион нәфис фильмдар төшөрә.
«Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның беренсе директоры була.
1994 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
2008 йылдың 6 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, Мосолман зыяратында ерләнгән[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006).
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2010).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974)
Билдәле ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Степан (И. К. Карпенко-Карый, «Бәхетһеҙ мөхәббәт» — «Бесталанная»).
- Герт (Г. Гейерманс, «Надежданың һәләкәте» — «Гибель „Надежды“»).
- Ведерников (А. Н. Арбузов, «Сәйәхәт йылдары» — «Годы странствий»).
- Тимербулат (Ә. Атнабаев, «Ул ҡайтты»).
- Надир (С. Ямал, «Ҡара сәскәләр» — «Черные розы»).
- Хәйернас (Н. Нәжми, «Егет егетлеген итә»).
Билдәле телефильмдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Барлығы иллегә яҡын телефильм төшөргән.
- «Халҡым һағышы» — 1969 йыл.
- «Туй» — 1970 йыл.
- Күңел ҡанаттары — 1970 йыл.
- «Заһир Исмәғилев» — 1986 йыл.
- «Халыҡ шағиры» — 1990 йыл.
- «Революционер-дипломат» — 1992 йыл.
Кинофильмдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» — 1990 йыл.
- «Аҡмулла» — 1990 йыл.
- «Ишмулла» — 1991 йыл.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2019 йылдың 29-30 апрелендә Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған саралар уҙғарыла[3].
- 2018 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте[4].
- 2018 йылдың авгусында республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ололау буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышында «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында үтенес хупланды[5].
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кинорежисссёр Әмир Абдразаҡов. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй киноакадемияһы академигы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ваҡыт ҡуласаһы» циклындағы тапшырыуы. 2016, 12 ноябрь[6].
- Владимир Романов. Әмир Абдразаҡов — Башҡортостандың кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, милли мәҙәниәт йөрөтөүсеһе һәм һаҡлаусыһы // ИА Башинформ.рф. — 15.01.2014.
- Л. Абдуллина. Режиссерҙың һуңғы эше // Йәшлек : гәзит. — 2008.
- Альда Валеева. Абдразаковы // Ватандаш : журнал.
- Алла Докучаева. В плеяде славных имён // Республика Башкортостан : гәзит. — 2008. — № 48.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Мосолман зыяратында Әмир Абдразаҡов ҡәбере
- ↑ Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың Хәтер көндәре уҙғарыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 26 апрель (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2019)
- ↑ «Башҡортостан» киностудияһы хәҙер Әмир Абдразаҡовтың исемен йөрөтә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 17 декабрь (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2018)
- ↑ «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 16 август 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 17 август 2018)
- ↑ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Кинорежисссёр Әмир Абдразаҡов. 2016, 12 ноябрь
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- 6 мартта вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- ГИТИС-ты тамамлаусылар
- 15 ғинуарҙа тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Александровка районында (Ырымбур өлкәһе) тыуғандар
- Башҡортостан режиссёрҙары
- Ырымбур өлкәһе башҡорттары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡортостан шәхестәре