Башҡорт дәүләт академия драма театры
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры (рус. Башкирский академический театр драмы имени Мажита Гафури) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай.
Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.
Тарихы
Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрлетамаҡ татар театры нигеҙендә ойошторола. Ул 1-се Башҡорт дәүләт театры исемен йөрөтә. Беренсе художество етәксеһе һәм директоры итеп билдәле режиссер В. Ғ. Мортазин-Иманский тәғәйенләнә.
Театр төрлө сәхнә ойошмалары — «Сәйяр», «Нур», «Ширкәт», «Фажиғә вә мосэккин исламия», Ҡыҙыл Армия театрҙары — һәм беренсе башҡорт драматургтары (рус.)баш. эшмәкәрлеге базаһында үҫешә. 1924 йылға тиклем барлыҡ спектаклдәр татар телендә бара.
Театр эшмәкәрлегенең башланғыс осорондағы репертуар башҡорт тарихы темаларына һәм яңы тормошто һүрәтләүгә бағышланған:
• Ф. Сөләймәнов: «Салауат батыр», «Аҡшан батыр» (1920).
• Ф. Туйкин: «Ватан батырҙары» (1920).
• М. Буранғолов: «Ашҡаҙар», «Алпамыша».
• Д. Юлтый: «Маҡтымһылыу», «Ҡарағол».
• Х. Ибраһимов: «Башмағым», «Зөлхәбирә» (1922).
татар драматургтары (Ғ. Камал, Ф. Әмирхан, Ф. Бурнаш), рус (Н. В. Гоголь, А. Н. Островский) һәм сит ил (Софокл, Мольер) классиктарының сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыла.
Беренсе труппа составында А. Әбйәлилов, М. Иманская, Ғ. Ҡарамышев, Х. Сабитов, Ф. Сәмитова кеүек артистар була, музыкаль бүлек мөдире – композитор, драматург һәм актёр [Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. К. Ибраһимов]].
1922 йылда театр Өфөгә күсерелә һәм Өфө дәүләт күрһәтмә театрының татар труппаһы менән берләшә. Театрға «Башҡорт дәүләт драма театры» исеме бирелә. 1935 йылда театр эшмәкәрлеге юғары баһаға лайыҡ була: ул академия статусын (рус.)баш. ала.
1930–1940 йылдар театр өсөн киң билдәле тарихи әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү осоро була:
• «Салауат һәм Пугачёв» (Инан, Д. Юлтый, Мортазин-Иманский).
• «Ынйыҡай һәм Юлдыҡай» (Х. Ғәбитов).
• «Башҡорт туйы», «Шәүрә килен» (М. Буранғолов).
• «Ҡарлуғас» (Б. Бикбай).
Шулай уҡ совет дәүере темаларына бағышланған спектаклдәр («Һуңлап килгән бойороҡ», «Бронепоезд 14-69») һәм донъя классикаһы (Шекспир, Лопе де Вега, А. С. Пушкин, М. Горький) әҫәрҙәре ҡуйыла. Театрҙың үҫешенә А. Ҡ. Мөбәрәков, Т. Г. Имашев, Х. Ғ. Ғәлимов-Бохарский һ.б. етәксе режиссерҙар, К. Й. Рәхимов, М. М. Вәлиев кеүек композиторҙар ҙур өлөш индерә.
1981–1996 йылдарҙа театрҙы Рифҡәт Исрафилов етәкләй, уның осоронда коллективтың ижади эшмәкәрлеге яңы үрҙәргә күтәрелә. Артабан театр менән Г. Мөбәрәкова, А. Нәҙерғолов етәкселек итә.
2000 йылда янғыннан һуң театр бинаһына киңәйтелгән реконструкция (рус.)баш. үткәрелә. 2005–2012 йылдарҙа баш режиссер булып Айрат Абушахманов эшләй. 2007 йылда театр бинаһында «Бәләкәй сәхнә» асыла. 2012 йылдан художество етәксеһе итеп режиссёр һәм педагог, Дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов тәғәйенләнә. 2019 йылдың сентябрендә театр үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейын тантаналы рәүештә үткәрә.
Иҫтәлекле даталар
- 1935 йылда «академия театры» исеме бирелә.
- 1971 йылда Мәжит Ғафури исеме бирелә.
- 1979 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Ағымдағы репертуар
- «Килен», драма, премьераһы 2023 йылдың 4 октябрендә була. Сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер Фирғәт Ғәрипов, ҡуйыусы рәссам Алина Нуриманова, хореограф Сулпан Асҡарова, композитор Шәүрә Сәғитова, яҡтыртыу буйынса рәссам Таһир Аҡманов. Ролдәрҙе башҡарыусылар: Лилиә Ғәлина (Аҡйондоҙ), Азалия Килмөхәмәтова (бәләкәй Аҡйондоҙ, Йәмилә), Милена Рафиҡова һәм Асият Ғарипова (бәләкәй Сулпан, Самира), Сара Буранбаева (Мәҙинә), Айнур Ғәбитов (Хәйҙәр), Гүзәл Маликова (Ғәлиә), Эльвира Йоносова (Фәриҙә Йәмил ҡыҙы), Морат Рафиҡов (Булат), Айһылыу Йомағолова (Минзифа), Ирек Булатов (Самат), Гөлфиә Рафиҡова (Әсмә), Айҙар Шәмсетдинов (Фуат).
- «Кейәү» музыкаль комедияһы премьераһы 2023 йылдың 20 апрелендә була. Сәхнә мөхәррирҙәре Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Динара Ҡәйүмова, ҡуйыусы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторҙар Шамил Ҡолбарисов, Ришат Рәхимов, Ринат Өмөтҡужин, вокал педагогы Нурия Мортазина, хореограф Ольга Даукаева, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов, Абдулхаҡ Игебаев һәм Диана Ҡәйүмова һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарыла. Ролдәрҙе башҡарыусылар: Алмаз Йосопов (Ғиззәт), Гүзәл Хәсәнова (Сажиҙә), Линар Баитов (Сафый), Хөрмәтулла Үтәшев (Әхсән бай), Илһөйәр Ғәҙетдинова (Сафия), Минзәлә Хәйруллина (Нәфисә), Артур Ҡунаҡбаев (Низами), Алмас Әмиров (Ғәни бай), Светлана Хәкимова (Ямал), Зилиә Ситдиҡова (Шәмсиә), Илсур Байымов (Нурый), Урал Әминов (Миһри). Ҡала халҡын һүрәтләүсе күмәк ролдәрҙә Айнур Ғәбитов, Әлфирә Заһиҙуллина, Илюза Итикәева, Артур Кәбиров, Сабина Кирәева, Фәнис Рәхмәтов, Айнур Ситдиҡов, Айым Сөләймәнова, Гөлназ Хайсарова, Таң Хөсәйенов.
Гастролдәр
Башҡортостандан ситтә гастролдәре
- 1922 йылда Петроградта.
- 1927 йылда Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе һәм Пермь ҡалаларында.
Бынан тыш театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гастролдәргә сыға.
Ҡаҙаныштары
- Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла (рус.)баш. «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы режиссёр эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»[2].
Шәхестәр
Художество етәкселәре һәм директорҙар
- 1919—1937 — Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы
- 1937—1938 — Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
- 1933—1938 — Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы
- 1939—1940 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы
- 1940—1941 — Витт В. С.
- 1942—1948 — Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
- 1948—?? — Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- 1987—1996 — Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- 1997—2012 — Гөлли Мөбәрәкова; Азат Нәҙерғолов
- 2012—2019 — Ханов Олег Закир улы[3]
- 04.2019—10.2025 — вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы — театр директоры Иршат Фәйзуллин[3].
- 10.2025 — Сөләймәнов Зиннур Фәрит улы.
Режиссерҙар
- Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- Вәлиев Лек Вәли улы
- Витт В.С.
- Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы, Хажи Бохарский
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
- Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы
- Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы
- Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
- Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы (Вәлиулла Мортазин-Иманский)
- Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы
- Нәҙерғолов Азат Әхмәҙулла улы
- Сәйфуллин Вәзих Кашап улы
- Әйүпов Рафаэль Мөхәмәт улы
Артистар
Комозиторҙар
Рәссамдар
- Альберт Нестеров
- Алина Нуриманова
- Рөстәм Баймөхәмәтов
Мөһим яңылыҡтар
- 2020 йылдың декабрендә театрҙа төҙөкләндеү һәм ҡайтанан ҡороу эштәре уңышлы тамамлана. Мәҙәниәт усағының көндәлек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле системалар — елләтеү, кондинционер, янғын һүндереү, йылытыу һәм өлөшләтә һыу менән тәьминәт итеү — яңыртыла. Төҙөкләндереү тамашасы зонаһына ла ҡағыла: фойе, Ҙур һәм Кесе залдар яңыртыла, яңы креслолар ҡуйыла. Сәхнә ҡорамалдары — яҡтыртыу һәм тауыш системалары, механик ҡоролмалар алмаштырыла. Театрҙың урамдағы биләмәһе өлөшләтә төҙөкләндерелә, насар күреүселәргә йөрөү өсөн махсус плиткалар һалына. Театр фасадының яҡтыртылышы байытыла, төп ишектәр өҫтөнә диодлы яңы экран эленә[4].
Театрҙың техник параметрҙары
- Ҙур сәхнә
- Тамаша залында урындар һаны — 620
- сәхнәнең киңлеге — 22,0 м
- сәхнә тәрәнлеге — 17,0 м
- бейеклеге — 20,0 м
- Трюмы
- трюмдың тәрәнлеге — 6,3 м
- Түңәрәк
- түңәрәктең диаметры — 9,0 м
- Оркестр соҡоро
- оркестр соҡороноң киңлеге — 3,2 м
- тамаша залының күсәре буйынса киңлеге — 11,0 м
- оркестр соҡороноң тәрәнлеге — 2,1 м
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Башкирском театре драмы представили нового директора. ИА "Башинформ". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.
- ↑ Ләйлә Аралбаева. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (5 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Лейла Аралбаева. Олег Ханов покинул должность художественного руководителя Башкирского драмтеатра. ИА «Башинформ» (11 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе после реконструкции открылся Башкирский академический театр имени Мажита Гафури. ИА «Башинформ» (29 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Башкирский государственный академический театр драмы. Сост. В. Г. Галимов, С. С. Саитов. Уфа, 1969.
- Мәһәҙиев. М. Театр тураһында. Мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962. // Магадиев М. О театре. Сборник статей. Уфа, 1962.
- Кусимова С. Башкирскому академическому 75 лет. — Уфа, 1995.
- Репертуар Башкирского государственного академического театра драмы имени Мажита Гафури 1919—2009 гг. / Сост. А. А. Балгазина, М. А. Валитова. — Уфа: Китап, 2009. — 88 с.: ил. ISBN 978-5-295-04626-1
- Зөбәйеров Ә. Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928;
- Кусимова С. Театр юлы=Путь театра. Уфа, 2004;
- Мортазин В., Ченәкәй Т. Татар театры тарихыннан. М., 1926.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Башҡорт драма театры (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2026)
- Башҡорт дәүләт академия драма театрының рәсми сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2026)
- Кадрҙар етмәү, исемдәргә квота, пьесаларҙың булмауы — бөгөн Башҡортостан театрҙарын нимә борсой? «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2026)
- Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2026)
- Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр постановкаһы алтын юбилейын билдәләй (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2026)