Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы
Гүзәл Хәсән ҡыҙы Маликова (рус. Гузяль Хасановна Маликова; 1962 йылдың 8 ноябре, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Биографияһы
1962 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған[1].
1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә, 2026 йылға ҡарата шунда эшләй.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Ляля Моисеевна («Возлюбленная», Р. Байбулатов),
- Мәбрүрә («Аҫылйәр» музыкаль драмаһы, М. Фәйзи пьесаһы буйынса),
- Маруи («Утраченные грёзы» драмаһы, Ә. Атнабаев),
- Октябрина («Мөхәббәткә кәртә юҡ», Н. Ғәйетбаев),
- Мадам Труабаль («Минең ҡатынымдың исеме Морис», Раффи Шарт),
- Ырыу башлығы («Ай тотолған төндә», М. Кәрим),
- Әсә («Артур+Нэнси», Ә. Дилмөхәмәтова),
- Шатмантамаҡ ҡарсыҡ («Алтын йөрәк», С. Сурин),
- Аҡһылыу («Дала ҡыҙы», А. Йәғәфәров),
- Әсә («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәк», Сыңғыҙ Айытматов),
- Әбей (ҡырғыҙ режиссеры һәм авторы Нурлан Абдыкадыровтың «Теләк бишеге» мәҫәле).
Фильмдәрҙәге ролдәре
«Ай ҡыҙы» нәфис фильмында Йәмилә роле (Ф. Бүләков сценарийы буйынса, режиссеры Ә. Нурмөхәмәтов).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
- «Театр яҙы-2003» Республика фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле».
Һылтанмалар
- З. В. Сайфуллина. Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Маликова Гузяль Хасановна
- * Гузяль Маликова
- ↑ З. В. Сайфуллина. Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.