Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы

Хөсәйен Илдархан улы Ҡудашев (рус. Кудашев, Хусаин Ильдерханович; 1913 йылдың 10 майы, Бүздәк районы1986 йылдың 13 ноябре, Дамаск) — совет театр һәм опера актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1983).

Биографияһы

1913 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Бүздәк ауылында тыуған (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы).

1930 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө паровоз ремонтлау заводында слесарь булып башлай. 1931 йылдан Башҡорт эшсе йәштәр театры эшендә ҡатнаша һәм Башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы актёрҙар студияһында уҡый.

1934 йылдан — Башҡорт дәүләт драма театрының профессиональ труппаһы актёры.

1941 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт студияһын тамамлай (Е. А. Мильковичтың вокал класы). 1941—1948 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй, классик һәм милли репертуарҙа баритон партияларын башҡара[1].

1948 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Рус, сит ил һәм башҡорт драматургияһы әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә 200-ҙән ашыу роль башҡара[2].

1986 йылдың 13 ноябрендә Милли театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале үткәрелгән ваҡытта Дамаскта вафат була. Өфөлә ерләнгән[3].

Төп ролдәре

Хәлил («Ғәлиәбаныу»), Ғәлимйән («Башмағым»), Илдар («Тальян гармун», Ғ.Ғ.Әхмәтшин); башҡ. — Вьюгин («Ун өсөнсө председатель», А. Х. Абдуллин), Байыш («Салауат. Өн аралаш ете төш»), Зевс («Ташлама утты, Прометей!»), Йәғәфәр Моратшин («Айгөл иле»; бөтәһе лә — М.Кәрим) һәм классик драматургия әҫәрҙәрендә — Макдуф («Макбет», У.Шекспир), Омар («Мөхәммәт, йәки Нур һәм гүр» — «Магомет, или Свет и тьма», Вольтерҙың «Магомет» пьесаһы б‑са), Триго‑ рин («Аҡсарлаҡ», А. П. Чехов) һ.б.

  • Вьюгин — Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» әҫәре;
  • Крячко — А. Коломиецтың «Ҡырағай фәрештә» әҫәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1954);
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1973);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1983)[1].

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Фәриҙә Камалетдинова (1916—2008) — совет башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964)[4].

Хәтер

Өфөлә актёр йәшәгән Октябрь Революцияһы урамындағы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Иҫке Бүздәк ауылындағы урам уның исеме менән аталған[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башҡорт энциклопедияһы. Кудашев Хусаин Ильдерханович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  2. Р. Кудашев. Кудашев Хусаин Ильдарханович (1913—1986).
  3. 1 2 Он был легендой башкирской сцены (К 100-летию со дня рождения актера Хусаина Кудашева). 26 июнь 2026 тикшерелгән.
  4. Фарида Камалетдинова. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2026.