Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25 август 1916 йыл — 15 ғинуар 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).

Биографияһы

Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы Камалетдинова 1916 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы) тыуған.

1935 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (Хажи Бохарский курсы), Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай.

Төп ролдәре

Классик драматургияла:

  • Полина («Төшөмлө урын» — «Доходное место», А. Н. Островский; дебют, 1935);
  • Пелагея («Мещандар» — «Мещане», Максим Горький);
  • Һөт әсәһе («Ромео менән Джульетта» — «Ромео и Джульетта», Уильям Шекспир);
  • Бианка («Отелло», Уильям Шекспир);
  • Матрена («Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә» — «Власть тьмы», Лев Толстой);
  • Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь) һәм башҡалар.
  • Тоня Туманова («Ҡорос нисек сыныҡты» — «Как закалялась сталь», Н. А. Островский

Уйнау оҫталығы

Уйнаған ролдәре кәүҙәләндереү оҫталығы менән айырылып тора. Ижади алымдарының үҙенсәлеге — тойғоларҙы нескә итеп асып биреү, ролде тәрән аңлап башҡарыу, лиризм.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт