Әмиров Алмас Хәдис улы
Алмас Хәдис улы Әмиров (рус. Алмас Хадисович Амиров , 1968 йылдың 6 майы, Ахун, Башҡорт АССР-ы) — театр актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2023). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999).
Биографияһы
1968 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында тыуған.
1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрлыҡ факультетын тамамлай (Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы курсы) һәм шунан бирле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.
Алмас Әмиров образдарҙы нескә характерлаусы комедия жанрындағы актёр.
«Заман драматургияһы һәм режиссураһы» III Республика семинар — лабораторияһында ҡатнашыусы (13-16.04 2016 йыл, «Троя хаҡында йыр. Ошонда һәм хәҙер» — Гомерҙың «Илиада»һы мотивтары буйынса спектакль, режиссеры И. Саҡаев).
2025 йылдың 28 ноябрендә отчет-һайлау съезында Алмас Әмиров «Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы» рәйесе итеп һайланды. Ул 1999 йылдан алып республика бүлексәһен етәкләгән Әхтәм Абушахмановты алмаштырҙы[1].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Дәрүиш («Ай тотолған төндә» — «Ночь лунного затмения»; дебют, 1991)
- Микеле («Илай белмәгән ҡатын» — «Женщина, которая не умеет плакать» Э. Де Филиппоның «Филумена Мартурано» пьесаһы буйынса)
- Морис Ляппен («Минең ҡатынымдың исеме Морис» — «Мою жену зовут Морис» Р.Шарта)
- Креонт («Эдип батша») — («Царь Эдип»)
- Мәсем — хан («Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға»)
- Ҡотош («Нәркәс»)
- Мәүлит («Әлифбанан бер себеш»)
- Исмәт Инөнү («Әхмәтзәки Вәлиди Туған»)
- Вәлиәхмәт («Мулла»)
- Хардинг («Пролетая над гнездом кукушки») — («Кәкүк ояһы»)
- Сабир («Шәүрәкәй»)
- Яппар («Ҡоҙаса»)
- Шәйхеләхиәр («Яңғыҙҙар ташы»)
- Әхмәҙи («Бабуська@тущка.ги») — («Әбейүшкә@эт.тущка.ги»)
- Ҡолтүбә («Ҡаһым түрә»)
- Малик («Йософ һәм Зөләйхә»)
- Вәсил Кәбирович («Мин һинең ҡәйнәң булам»)
- Хор («Антигона»).
Кинолағы ролдәре
- Машина йөрөтөүсе («Быяла юлсы» — «Стеклянный пассажир», 1996)
- Рәйес («Ауыл өҫтөндә йәйғор» — «Радуга над деревней», 2000)
- Әхәт («Сөмбөлдөң етенсе йәйе» — «Седьмое лето Сюмбель», 2002; — бөтәһе лә «Башҡортостан» киностудияһыныҡы);
телефильмдарҙа
- Рубин Мәғәсүмов («Ай ҡыҙы» — «Дочь Луны», 2002; «Башҡортостан» ДТРК)
- «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәтен тауышлы иткән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2023)[2];
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)[3];
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2003);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999).
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Гөлнара Әмирова (1968), Рәсәй театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008);
- Улдары — Эмиль, музыкант. Өйләнгән;
- ҡыҙҙары — Айсулпан[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лейла Аралбаева. Председателем Союза театральных деятелей Башкирии стал Алмас Амиров (28 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.
- ↑ Актеру Башкирского театра им. М. Гафури присвоено почетное звание. info-ant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Указ от 01.12.2004 г № УП-611 О присвоении почетного звания «Народный артист Республики Башкортостан» Амирову А.Х - bashkor-gov.ru. bashkor-gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
- ↑ В одном амплуа. Семья актеров из Уфы рассказала о своих ценностях. ufa.aif.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Һылтанмалар
- Әмиров Алмас Хәдис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Амиров Алмас Хадисович – Башкирский академический театр драмы им. Мажита Гафури. bashdram.ru.
Алмас Хадисович Амиров. Мастер класс - мимика, для студентов специальности "Анимация"