Ҡунаҡбаев Артур Рауил улы

Артур Рауил улы Ҡунаҡбаев (рус. Кунакбаев Артур Равилович1984 йылдың 4 октябре, Ҡыуандыҡ районы, Ырымбур өлкәһе) — Рәсәй театр актёры. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2011).

Биографияһы

А. Ҡунаҡбаев 1984 йылдың 4 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында тыуған.

2007 йылда Михаил Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Театрҙа төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙә йөҙәрләгән образ ижад итә.

2011 йылда драматург Н. Әсәнбаевтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә Әхмәтзәки Вәлиди образын уңышлы кәүҙәләндергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ була[1].

2019 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ижады

Артур Ҡунаҡбаев репертуарында тарихи, драматик, комедия һәм балалар спектаклдәрендәге ролдәр киң урын биләй.

Ул түбәндәге спектаклдәрҙә уйнай:

  • «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» — Әбләй;
  • «Ай тотолған төндә» — күмәк сәхнәләрҙә;
  • «Бәхет хаҡы» — йәш Зариф;
  • «Ҡаһым түрә» — Фольгнер;
  • «Йүгер, Харис, йүгер…» — Фидан;
  • «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» — Гудвин;
  • «Йософ һәм Зөләйха» — Йәһүд;
  • «Ул бит кисә ине» — Зөлфәт;
  • Mouse Story — Альбин;
  • «Баллы, Тирәкле Балтирәк» — Алик, Президент;
  • «Алтын асҡыс – Remake» — Өй сиңерткәһе, Тәлмәрйен, Ҡурсаҡ;
  • «Һөйәркә» — Хәҙрәт;
  • «Эскәмйә» — Ир;
  • «Рөстәмдең сере» — Фогель;
  • «Прометей» — Зевс;
  • «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме…» — Абдулла, Кәзә тәкәһе;
  • «Мин – Марат» — Виктор Андреевич Теплых;
  • «Зөләйха күҙҙәрен аса» — Зиновий Кузнец;
  • «Ҡыҙ урлау» — Ильяс;
  • «Йәш ғаилә фатир эҙләй» — Харисов;
  • «Урал батыр» — Яйыҡ;
  • «Серле көршәк» — Илсе;
  • «Февраль. Буран…» — өлкән Рәми;
  • «Ҡара йөҙҙәр» — күмәк сәхнәләрҙә;
  • «Мираликундия. Серле гиппопотам» — Крокодил;
  • «Осҡон осто, янғын сыҡты» — Янғын һүндереүсе № 2;
  • «Ҡыҙыл паша» — Лоуренс;
  • «Внутри меня цунам: „Подари жизнь“» — Атай;
  • «Ете быуын. Һаҡлаусылар. Ете быуын. Йәштәр» — Исемһеҙ;
  • «Еҙнәкәй» — Низами[2].

Кинолағы ролдәре

  • «Минең йондоҙом» (реж. Таңсулпан Бураҡаева, 2010)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Названы имена лауреатов молодежных премий им. Ш. Бабича в области литературы, искусства и архитектуры. Федеральное агентство по делам молодежи (Росмолодёжь) (28 июнь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  2. Ҡунаҡбаев Артур Рауил улы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  3. Минең йондоҙом. ВК видео. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.