М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһы
Рәсәй дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы «Михаил Семенович Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институты)» — Рәсәйҙең боронғо юғары театр уҡыу йортоноң (институты) береһе, 1809 йылдың 28 декабрендә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй императоры Александр Беренсе указы менән булдырыла[3].
Тарихы
Уҡыу йортона нигеҙ 1809 йылдың 28 декабрендә, Бөтә Рәсәй императоры Александр I указына ярашлы тәрбиә мәктәбе ҡарамағындағы театр мәктәбе «Мәскәү император театр училищеһы» тип үҙгәртелеп Рәсәй империяһының Император театрҙары составына индерелгәс ойошторола. Һуңынан училище Мәскәүҙәге Рәсәйҙең дәүләт академия Кесе театры ҡарамағына бирелә.
1830—1860 йылдарҙа училище Мясоедовтарҙың элекке ҡала утарында урынлаша.
Мәскәү Император театр училищеһы балет һәм драма театрҙары өсөн профессиональ актерҙар әҙерләү менән шөғөлләнә, уны тамамлаусылар Кесе театр труппаһына ҡабул ителә[4].
1832 йылда училищела «Декламация» предметын мәшһүр рус актеры һәм педагогы Щепкин Михаил Семенович (1788—1863) уҡыта башлай. Утыҙ йыл дауамында актерлыҡ оҫталығын уҡытыу осоронда уның тарафынан милли актер оҫталығы принциптарының нигеҙҙәре һалына[4].
Училищеның аяҡҡа баҫыуында рус драматургы Александр Николаевич Островский (1823—1886) һиҙелерлек роль уйнай, ул буласаҡ театр артистарын драма кластарында (1910 йылдарҙа ябыла) уҡытыу өсөн программа эшләй[4].
1863 йылда, Михаил Щепкиндың туранан-тура булышлығы менән, училище 1822 йылда Хәрби етемдәр училищеһы өсөн төҙөлгән (архитектор Осип Бова һүрәттәре буйынса) бинаны ала һәм уны архитектор Александр Никитин архитектор Альберт Кавос проекты буйынса үҙгәртеп эшләй[4]. Училище әлеге ваҡытҡа тиклем ошо бинала урынлашҡан.
1918 йылда, 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң, драма кластары «Рәсәйҙең дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы драма курстары» булараҡ тергеҙелә[4].
1922 йылда курстар «Рәсәйҙең дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы театр оҫтаханаһы» тип үҙгәртелә һәм ошо атама аҫтында эшмәкәрлеген ун йыл тормошҡа ашыра.
1932 йылда уҡыу йортона Михаил Семенович Щепкин исеме бирелә һәм «Рәсәйҙең дәүләт академик Кесе театры ҡарамағындағы М. С. Щепкин исемендәге театр техникумы» атамаһын ала[4].
1935 йылда техникум «Рәсәйҙең дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһы» тип үҙгәртелә.
1943 йылда училище юғары уҡыу йорто статусын ала һәм «Рәсәйҙең дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһы (институты)» тип атала башлай[3][4].
Училищела билдәле театр педагогтары уҡыта: А. П. Ленский, рус театр мәктәбе күсәгилешлеген В. Н. Пашенная, К. А. Зубов, совет осоронда И. Я. Судаков, В. И. Цыганков, Л. И. Дейкун, Л. А. Волков, М. И. Царев, М. О. Кнебель, А. Д. Дикий, Н. Н. Афонин, В. П. Селезнев, В. И. Коршунов, О. Н. Соломина һаҡлай.
Кафедралары
Училищела (институтта) биш кафедра ойошторолған[3]:
- актерлыҡ оҫталығы,
- пластик тәрбиә,
- сәхнә телмәре,
- сәнғәтте өйрәнеү,
- философия һәм культурология.
Һөнәрҙәр
Уҡыу йорто юғары белем биреү, вуздан һуң белем һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашыра:
- «Театр сәнғәте» (070200), уҡыу ваҡыты — 2 йыл, уҡыу формаһы — көндөҙгө бүлек.
- «Актерлыҡ оҫталығы» (070201), уҡыу ваҡыты — 4 йыл, уҡыу формаһы — көндөҙгө бүлек.
Юғары театр училищеһын (институтын) ойоштороусы булып Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы тора[5].
Училище (институты) тамамлаусылар «Драма театры һәм кино артисы» дипломын алып сыға[3].
Етәкселеге
Педагогик составы
«Щепка» педагогтарын (училищены тетар даирәһендә шулай атап йөрөтөләр) күпселектә Кесе театрҙың арҙаҡлы актер һәм режиссерҙары тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта алты оҫтаханаһы иҫәпләнә (профессор Юрий Соломиндың, профессор Виктор Коршуновтың, профессор Дмитрий Козниҙың, проф Владимир Сафроновтың, проф Владимир Драгуновтың, профессор Владимир Бейлистың)[7].
Адресы
Башҡортостан «щепкинсылары»
«Рәсәйҙең дәүләт академия Кесе театры ҡарамағындағы М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһы (институты)» ике тапҡыр Башҡортостан театрҙары өсөн махсус милли кадрҙар әҙерләп сығара.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Решение Президиума Московского Городского Совета народных депутатов № 84 от 30.07.1992
- ↑ 1 2 3 4 5 Об училище. Официальный сайт Высшего театрального училища (института) имени М. С. Щепкина при Государственном академическом Малом театре России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2018.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Высшее театральное училище (институт) имени М. С. Щепкина, РИА Новости (28 декабрь 2014). 27 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Основные сведения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2018.
- ↑ СКОНЧАЛСЯ НИКОЛАЙ АФОНИН
- ↑ На курсе профессоров Владимира Бейлиса и Виталия Иванова работали такие педагоги, как Р. Г. Солнцева, Е. О. Дмитриева.
Һылтанмалар
- ВТУ (институт) им. Щепкина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2018.
- Елена Костомарова. Кузница кадров. 10 знаменитых выпускников «Щепки». Аргументы и Факты (28 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2018.