Земфира

Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы, ижади псевдонимы Земфира (26 август 1976 йыл) — Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).

Биографияһы

Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.

Ижади эшмәкәрлеге

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Тур-2016» барышында Земфира Өфөлә сығыш яһаясаҡ, уның тыуған ҡалаһындағы һуңғы концерты 2013 йылда булғайны. Илдең ҡайһы ҡалаларына барасағы хаҡында йырсы үҙенең рәсми сайтында белдергән[4].

Земфираның «Маленький человек» тип исемләнгән "Тур-2016"ның Америкалағы һуңғы концерты Лос-Анджелеста була[5].

Дискографияһы

Номерлы альбомдар
  • «Земфира» (1999)
  • «Кисер мине минең һөйөү» («Прости меня моя любовь») (2000)
  • «Ун дүрт аҙна тынлыҡ» («Четырнадцать недель тишины») (2002)
  • «Вендетта» (2005)
  • «Рәхмәт» («Спасибо») (2007)
  • «Һинең башыңда йәшәргә» («Жить в твоей голове») (2013)
  • «Бордерлайн» (2021)

Иҫкәрмәләр

  1. Александр Алексеев. Земфира: Я давно не стояла на сцене // Российская газета.год=2010. — Т. 198, № 5277.
  2. Zemfira. Allmusic. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2012. Архивировано 28 май 2012 года.
  3. Русский рок. Малая энциклопедия. — Леан-Антао, 2001. — ISBN 5-85929-068-3.
  4. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 октябрь (рус.)
  5. Земфира сфотографировалась с фанатами в Америке. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 22 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2016)