Йыһаншин Азат Надир улы
Азат Надир улы Йыһаншин (рус. Зиганшин Азат Надирович; 1971 йылдың 11 майы, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр. 2020 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2026)[2].
Биографияһы
Азат Надир улы Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған[3]. Урындағы 2-се урта мәктәптә уҡый, шул йылдарҙа уҡ йырлай, гитарала уйнай.
1990—1994 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый[3].
Юғары һөнәри белем алғандан һуң — Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе актёры[3].
Ошо 1994 йылда «Аҡйондоҙ» төркөмөн ойоштора һәм унда үҙе вокалсы булып сығыш яһай башлай[4].
1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры[5]. Мостай Кәримдең «Салауат» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Илеш роле һәм юғары актёрлыҡ оҫталығы өсөн 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ була[4].
1998 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә[3]. Академтеатрҙа эшләгән осорҙа ул иң билдәле актёрҙарҙың береһе булып таныла[4].
2002 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3].
2008 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, башта — ҡуйыусы режиссёр (2009 йылдан), һуңынан — (2012 йылдан) — театрҙың художество етәксеһе[6]. Ошо уҡ ваҡытта Мәҙәниәт министрлығы юлламаһы буйынса Евгений Вахтангов исемендәге Дәүләт театры ҡарамағындағы Б. Щукин исемендәге театр институтының режиссёрлыҡ бүлегендә уҡый[5], уны 2011 йылда тамамлай[3].
2014 йылда ҡыҫҡа ваҡыт (15 июлдән 1 декабргә тиклем) Салауат башҡорт дәүләт драма театрында директор була[7].
2014 йылдың декабренән — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры[4].
2020 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме бирелә[8].
2020 йылдың 1 сентябрендә Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә[9].
2026 йылдың апрелендә Татарстан Республикаһы Рәйесе указы менән «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ була.
Театрҙағы ролдәре
- Айгөл иле (Мостай Кәрим);
- Роже — Минең ҡатынымдың исеме Морис (Раффи Шарт);
- Көнләш, Америка, көнләш![10];
- Собака на сене (Лопе де Вега, режиссёры Азат Нәҙерғолов, 1998);
- Толай — Сыңғыҙхандың аҙаҡҡы төйәге (реж. Н. Абдыҡадиров, 2012);
- Тимерхан — Нәркәс (Илшат Йомағолов);
- «Теләктәр бишеге» (Н. Абдыҡадиров, режиссёры Н. Абдыҡадиров);
- Аттила (Ғәзим Шафиҡов);
- Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр (Александр Островский);
- Ал яулыҡлы тирәккәйем (Сыңғыҙ Айытматов);
- Салауат (Мостай Кәрим);
- Их, өс егет, өс егет… (Өсәүҙең мажаралары).
Киноролдәре
- Две далекие-близкие зимы (1996);
- Ай ҡыҙы — төп герой (реж. Ә. Нурмөхәмәтов, 2002);
- День хомячка (2003);
- Тайна Аркаима — Ник роле (2006);
- Рәхмәт — Мәскәй әбей роле (реж. Ә. Райбаев, 2007);
- Әсә — ҡартатай роле (реж. Айнур Асҡаров, 2015);
- Из Уфы с любовью — Герман Альфредович (реж. А. Асҡаров, 2017).
Режиссерлыҡ эштәре
- «Тылсымлы күл мөғжизәһе» (Сәрүәр Сурина, Стәрлетамаҡ театры, әкиәт);
- «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме…» (Стәрлетамаҡ театры, Ф. Бүләков, трагикомедия, 2008);
- «Мәскәү — Васютки» (Стәрлетамаҡ театры, Ф. Бүләков, 2009);
- «Мин һайлаған яҙмыш» (Стәрлетамаҡ театры, Мәрйәм Бураҡаева, 2011);
- «Ҡоҙаса» (Баязит Бикбай, Стәрлетамаҡ театры, 2012);
- «Аҫылйәр» (Мирхәйҙәр Фәйзи, Стәрлетамаҡ театры, 2013);
- «Калигула» (Альбер Камю, Стәрлетамаҡ театры (2014), Милли йәштәр театры (Өфө, 2016));
- «Мөхәббәт күле» (Мөҙәрис Багаев, 2012, Салауат театры);
- «Әлдермәштән Әлмәндәр» (Туфан Миңнуллин, 2014, Салауат театры);
- «Ледниковый период» (Алекс Тарн, 2013, Милли йәштәр театры);
- «Ул ҡайтты» (Әнғәм Атнабаев, 2017, «Нур» татар театры)[11];
- «Йән киҫәккәйҙәрем минең» (Ф. Бүләков,, Башдрамтеатр (Өфө), 2007)[12];
- «Аҡса булһа бер муҡса» (Мөҙәрис Багаев, 2015, «Нур» татар театры).
Дискографияһы
«Аҡйондоҙ» төркөмө составында
- Аҡйондоҙ (1998)
Видеояҙмалар
Ижад иткән йырҙары
- Айым;
- Тик hиңә табынам;
- Ай ҡыҙы;
- Аҡ ҡайын;
- Бағышлайым һиңә;
- Заятүләк һәм Һыуһылыу;
- Илайым — йырлайым;
- Ҡыңғыраулы сәскә;
- Нәркәсем;
- Һин генә;
- Тирәккәйем;
- Хушығыҙ, хыялдарым;
- Яратам һине;
- Мөхәббәтем (Алһыу Бәхтиева менән берлектә)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020).
- «Урал моңо» фестивалендә Гран-при (1993).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002).
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1996) — Милли йәштәр театрының «Салауат» спектаклендә (Мостай Кәрим әҫәре) башҡарған роле өсөн.
- «Театр яҙы — 2009» фестиваленең «Өмөт» дипломы (Ф. Бүләков, Һөйәһеңме-һөймәйһеңме).
- «Ҡолонсаҡ» республика балалар спектаклдәре фестиваленең өс тапҡыр дипломанты (Илшат Йомағоловтың «Тылсымлы моң» пьесаһы буйынса режиссёр-консультанты).
- III Халыҡ—ара театраль фестивале дипломанты (Ф. Бүләков, Мәскәү-Васютки, 2010).
- Республика башҡорт драматургияһы фестиваленең дүрт номинацияла еңеүсе, «Иң яҡшы режиссёр эше» (Ф. Бүләков, «Мәскәү-Васютки»).
- Төрки телле халыҡтарҙың «Мең тын алыш — бер тауыш» Халыҡ-ара театраль фестиваленең дипломанты (Конья ҡалаһы, Төркиә).
- «Ремесло» Бөтә Рәсәй йәш татар режиссураһы фестивале (Ҡазан, 2012, Гран-при «Мәскәү—Васютки» спектакле өсөн).
- «Туғанлык» халыҡ-ара төрки театрҙары фестивалендә Гран-при (Өфө, 2012, «Мәскәү—Васютки» спектакле өсөн).
Иҫкәрмәләр
- ↑ KAOSTOGEL KAOSTOGEL : Link Resmi Situs Toto Slot Gacor & Bandar Slot Online Maxwin Terpercaya (ингл.)
- ↑ Главный режиссер уфимского театра «Нур» удостоен звания Заслуженного деятеля искусств РТ (рус.), Новости Татарстана и Казани - Татар-информ. 24 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 −5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 Единый портал башкирской культуры и произведений искусства, 2025. Зиганшин Азат Надирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)
- ↑ 1 2 Сайт «kino-teatr.ru», 2006—2025. Главная / Театральные деятели / З / Азат Зиганшин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)
- ↑ Проект «Театральные музеи и архивы» / Театры / Персоны / Зиганшин Азат Надирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)
- ↑ Республиканский центр народного творчества Республики Башкортостан. Официальный сайт. Азат Зиганшин — директор Салаватского государственного башкирского драматического театра (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)
- ↑ Молодежный театр отметил юбилей и собрал щедрый букет званий и наград. «Молодёжная газета», Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)
- ↑ Главным режиссёром Уфимского татарского театра «Нур» стал Азат Зиганшин. ИА «Башинформ», 1 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)
- ↑ Спектакль «Көнләш, Америка, көнләш!». Единый портал башкирской культуры и произведений искусства
- ↑ http://ufa-news.net/culture/2017/04/17/82884.html В Уфе Татарский театр «Нур» ставит спектакль «Он вернулся» по пьесе Ангама Атнабаева
- ↑ http://buljakov.ucoz.ru/publ/otzyvy/svet_bolshoj_ljubvi/7-1-0-28 Свет большой любви
Һылтанмалар
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 −5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2025)
- Уфимский государственный татарский театр «Нур». Официальный сайт, 2025 год. Люди театра. Зиганшин Азат Надирович. Главный режиссер театра «Нур». Народный артист РБ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2025)
- Сайт «kino-teatr.ru», 2006—2025. Главная / Театральные деятели / З / Азат Зиганшин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2025)
- Проект «Театральные музеи и архивы» / Театры / Персоны / Зиганшин Азат Надирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2025)
- Единый портал башкирской культуры и произведений искусства, 2025. Зиганшин Азат Надирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2025)
- Сайт «Кинориум». Азат Зиганшин. Фильмография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)