Күлбаев Мөсәлим Георгий улы
Күлбаев Мөсәлим Георгий улы (рус. Күльбаев Мусалим Георгиевич; 1969 йылдың 8 авгусы, Советское[d], Ҡабарҙы-Балҡар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d]) — Рәсәй режиссёры. 1999—2010 йылдарҙа һәм 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры урыҫ труппаһының баш режиссёры, бер үк ваҡытта 2012 йылдан — театрҙың художество етәксеһе[1].
Биографияһы
Мөсәлим Георгий улы Күлбаев 1969 йылдың 8 авгусында Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының (рус.)баш. Советский ҡасабаһында тыуған. Бала саҡтан төрлө үҙешмәкәр музыкаль төркөмдәрҙә шөғөлләнә, гитарала уйнай[2].
1986—1993 йылдарҙа Нальчикта Ҡабарҙы-Балҡар университетының тарих факультетын тамамлай. Ситтән тороп уҡыусылар, ул ваҡыттағы тәртип буйынса, эшләргә тейеш була. Осраҡлы рәүештә Нальчик драма театрына сәхнә монтажсыһы (монтировщик) булып эшкә урынлаша. Артабан ошо уҡ театрҙа — тауыш режиссеры, музыка бүлеге мөдире, режиссеры булып китә[2]. 1997 йылда Мәскәүҙә Б. В. Щукин исемендәге театр училищеһын (А. М. Поламишев курсы) тамамлай.
1996 йылда Стәрлетамаҡ рус драма театрының художество етәксеһе булып эшкә алына, 2010—2011 йылдарҙа ошо уҡ театрҙа — баш режиссёр.
1999—2010 йылдарҙа һәм 2011 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында рус труппаһының баш режиссёры, бер үк ваҡытта 2012 йылдан башлап — художество етәксеһе.
Ижады
Күлбаев Мөсәлим төрлө жанрҙарҙа эшләй. Нальчикта ҡуйған иң тәүге спектакле — Ж. П. Коктоның «Кеше тауышы» «(Человеческий голос») пьесаһы буйынса ҡуйыла. Был спектаклдә бер генә герой уйнай. Ул ваҡытта Күлбаевтың махсус режиссерлыҡ белеме булмай, әммә тәүге театраль эше уңышлы килеп сыға. Стәрлетамаҡтағы беренсе эше — Башҡортостандың халыҡ артисы Зоя Михайловна Кирееваның бенефисы — Т. Уильямстың «Орфей тамуҡҡа төшә» спектакле[2].
Дөйөм алғанда, уның постановкаларына театраллек — тәьҫирле пластика, һығылмалылыҡ, юмор, үҙенсәлекле сәхнә алымдары һәм интерпретациялары хас: Г. Корнелиссондың «Золушка» (1999), Р. Киплингтың «Джунглиҙар китабы» буйынса А. И. Ганичевтың «Беҙҙең ҡаныбыҙ бер» («Мы с тобой одной крови», 2002), П. Бомаршеның «Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе» («Безумный день, или Женитьба Фигаро», 2010, Е. Л. Шварцтың «Яланғас король» («Голый король», 2007) спектаклдәре һәм башҡалар. «Аяуһыҙ уйындар» («Жестокие игры» 2001; А. Н. Арбузов), «Убыр ғаиләһе» («Семья вурдалака»,2001; В. В. Сигарев), «Алтын болоттоң ҡуныуы» («Ночевала тучка золотая», 2009; А. И. Приставкин) спектаклдәрендә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙең социаль һәм әхлаҡи мәсьәләләре күтәрелә. «Икегеҙҙең дә өйөгөҙгә чума» («Чума на оба ваши дома», 2001; Г. И. Горин), «Беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме» («Радость нашего дома», 2005; М. Кәрим) спектаклдәре уңышлы була (репертуарҙа 10 йылдан ашыу; бөтәһе лә — Милли Йәштәр театры), уларҙы сәхнәләштергәне өсөн 2005 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ була.
Күлбаевтың постановкалары республиканың башҡа театрҙарында ла ҡуйыла. Башҡорт драма театры сәхнәһендә К.Гольдониҙың «Йәрең көнләп ғәйбәт һөйләп…» («Кьоджинские перепалки»); Стәрлетамаҡ рус драма театрында Т.Уильямстың «Орфей тамуҡҡа төшә» («Орфей спускается в ад»), Н. Р. Эрдмандың «Үҙ үҙенә ҡул һалыусы» («Самоубийца»), А. П. Чеховтың «Апалы һеңлеле өсәү» («Три сестры»), Гориндың «Геростратты онотоу» («Забыть Герострата»), М. Барбеновтың «Яңы йыл вальсы» («Новогодний вальс») (2005,Һамар) спектаклдәрен ҡуя. Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса сәхнәләштерелгән әҫәр авторы[3].
2018 йылдың март айында Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында М. Г. Күлбаев В. Константиновтың һәм Б. Рацерҙың «Невеста из Имеритии» пьесаһы буйынса «Ҡарауыл! Атай өйләнә?!» грузин комедияһын ҡуйҙы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005),
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011),
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) (2024)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кульбаев Мусалим Георгиевич. Национальный молодежный театр им. Мустая Карима.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Мусалим Кульбаев, главный режиссер русской труппы Национального молодежного театра имени Мустая Карима: «Самая большая похвала для меня, когда от спектакля одинаково радостно и актерам, и зрителям». Уфа1.ру (14 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ Күлбаев Мөсәлим Георгий улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ Мусалим Кульбаев: «Театр должен потрясать». Электронная газета "Кабардино-Балкарская правда". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.