Ғафаров Искәндәр Алмас улы
Искәндәр Алмас улы Гафаров (рус. Гафаров Искандер Алмасович; 1990 йылдың 5 апреле, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Биографияһы
Искәндәр Ғафаров 1990 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1998—2008 йылдарҙа Искәндәр Ғафаров Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус музыкаль мәктәп-интернатта белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Уның остазы — профессор Рөстәм Шәйхетдинов.
Искәндәр Ғафаров төрлө абруйлы халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты булып тора.
2009 йылдың апрелендә йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курс студенты Искәндәр Ғафаров Париж ҡалаһында үткән X Халыҡ-ара Александр Скрябин исемендәге пианистар конкурсында ҙур еңеү яулай. Конкурс жюриһын П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Воскресенский етәкләй. Ул Искәндәр Ғафаровҡа беренсе премияны тапшыра[1].
19 йәштән 25 йәшкә тиклемге категорияла сығыш яһаусылар араһында Искәндәр иң йәш ҡатнашыусы була. Шуға ҡарамаҫтан, ул жюри иғтибарына 40 минутлыҡ ҡатмарлы концерт программаһын тәҡдим итә. Мотлаҡ программаға ингән Скрябин, Гендель, Прокофьев һәм Дебюсси әҫәрҙәренән тыш, пианист үҙенең сығышына башҡорт композиторы Айрат Ҡобағошов әҫәрен дә индерә.
2011 йылда Ференц Листтың 200 йыллығына арналған халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Искәндәр Ғафаров музыкаль юғары уҡыу йорттары студенттары араһында 1-се премия яулай. Конкурс Венгрияла үтә. Жюри ҡарары менән Искәндәр Ғафаровҡа һәм Руслан Воротниковҡа Морис Равель һәм Николай Метнер әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарғаны өсөн махсус дипломдар ҙа тапшырыла[2].
2016—2021 йылдарҙа Өфө фән һәм технология университетында аккомпаниатор һәм тауыш инженеры булып эшләй.
Музыка, йырсылар өсөн аранжировкалар яҙыу менән шөғөлләнә[3].
Ғаиләһе
- Атаһы — Алмас Ғафаров. Өләсәһе — Сәбилә Сөләймәнова.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — юғары башҡарыу оҫталығы өсөн (2010).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уфимец Искандер Гафаров стал лауреатом престижного международного конкурса в Париже. Уфимский городской портал (29 апрель 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026.
- ↑ Айгуль Камаева. Башкирские пианисты стали лучшими на международном конкурсе в Венгрии. Российская газета (10 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026.
- ↑ Искендер Гафаров. Вк Искандер Гафаров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026.