Әмиров
Әмиров — фамилия.
- Әмиров Алмас Хәдис улы (6 май 1968 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
- Әмиров Ғәйнан Ғимәзетдин улы (Ғәйнан Әмири) — (1911—1982) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт совет яҙыусыһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1971) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Әмиров Марс Ғизетдин улы (1930—1992) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим.
- Әмиров Рәсим Зәкир улы (28 февраль 1923 йыл — 2 декабрь 1995 йыл) — терапевт, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977)
- Әмиров Рәиф Ҡәҙим улы (3 ноябрь 1941) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, филология фәндәре докторы (1986), профессор (1987), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Әмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы (22 ноябрь 1922 йыл — 20 февраль 1984 йыл) — әзербайжан совет композиторы, педагог, профессор.
- Әмиров Хәлим Насретдин улы (1894—?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Әмиров Шәүҡәт Сабир улы (1947) — СССР һәм Рәсәй музыканты, профессор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989). Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2006).
- Әмиров Ғилван Ғилметдин улы (12 май 1916 йыл—1 июнь 1991 йыл) Башҡортостандың беренсе кинооператоры, башҡорт кинопублицистикаһына нигеҙ һалыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби кинооператор. СССР Кинематографсылар союзы ағзаһы.