Әмиров Ғилван Ғилметдин улы
Әмиров Ғилван Ғилметдин улы (рус. Амиров Гильван Гильметдинович; 12 май 1916 йыл—1 июнь 1991 йыл) — Башҡортостандың беренсе кинооператоры, башҡорт кинопублицистикаһына нигеҙ һалыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби кинооператор. СССР Кинематографсылар союзы ағзаһы. 1948 йылдан Куйбышев кинохроника студияһының Өфө хәбәрселәр пункты операторы һәм етәксеһе, 1956 йылдан Свердловск фәнни-популяр һәм хроникаль фильмдар киностудияһының Өфө хәбәрселәр пункты операторы, 1965—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитеты операторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1948). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Биографияһы
Ғилван Ғилметдин улы Әмиров 1916 йылдың 12 майында Өфөлә тыуған. 15 йәшендә Ялталағы «Востокфильм» кинофабрикаһы ҡарамағындағы фабрика-техник курстарға уҡырға инә, уны 1932 йылда тамамлай, етәксеһе Н. Д. Анощенко була. 1933 йылда СССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Кинематография эштәре буйынса комитеттың Өфө кинохроника студияһы кинооператоры ярҙамсыһы, һуңынан ассистенты булып эшләй башлай. Студия ай һайын «Советская Башкирия» киножурналының ике һанын сығара, документаль фильмдарҙың үҙәк студияһы өсөн киносюжеттар, шулай уҡ республика тормошо хаҡында ҡыҫҡа (бер йәки ике өлөштә) фильмдар төшөрә. Уларҙы Куйбышев кинохроника студияһында тауышландыралар. Башҡортостанда «Беҙҙең депутат» тип аталған тәүге ҡыҫҡа метражлы тауышлы документаль фильмды Ғилван Әмиров төшөрә. Фильм СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, билдәле полярник Эрнст Кренкелдең Башҡоростанда булыуына арнала[1].
1939 йылда Башҡортостан автономияһы ойошторолоуҙың 20 йыллығына арналған «Сәскә атыусы Башҡортостан», Башҡортостанда нефть индустрияһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, республика нефтселәренең ҡаһарманлыҡтары тураһында 1940 йылда ил экранына «Икенсе Баҡы» документаль кинофильмдары сыға. Һуғышҡа тиклем республикала төҙөүселәрҙең һәм колхозсыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, Урал аръяғы игенселәренең һәм металлургтарҙың эш көндәре хаҡында һөйләгән «Башҡортостан тураһында йырҙар», «Данлы юбилей» һәм башҡа документаль кинофильмдар төшөрә[2].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
Ғилван Әмиров 1941 йылда яҡташтарын фронтҡа оҙатыу тураһында илдең киножурналдары өсөн сюжеттар авторы. Уның кинокамера объективына Ҡыҙыл Армия өсөн посылка йыйыу, башҡорт ғалимдарының фиҙаҡәр эше, оборона заводтары эшселәренең, колхозсыларҙың һәм шахтёрҙарҙың хеҙмәтен сағылдырған эпизодтар инә. 1942—1943 ййылдарҙа Байкал аръяғы хәрби округының кинотөркөмө операторы[2].
1944—1945 йылдарҙа Ғилван Ғилметдин улы 2-се Украин фронтында хәрби кинооператор. Автомат һәм кинокамера менән һуғыш юлдары буйлап үтә; һөжүм итеүсе частар менән бергә Украина, Румыния, Венгрия, Болгария һәм Югославияны азат иткәндә Ҡыҙыл Армия алыштарының эпизодтарын төшөрә. Венгрияла кинооператор Будапештта парламентты штурмлауҙы, ҡаланы фашистарҙан азат итеү мәлдәрен төшөрә. Уның фронтта төшөрөлгән сюжеттары «Көньяҡта еңеү» («Победа на Юге») фильмына, режиссёр Роман Кармендың күп сериялы «Бөйөк Ватан» («Великая Отечественная война») киноэпопеяһына (СССР-ҙа — АШ-та, 1979 йылда төшөрөлгән) индерелә. 1945 йылдың апрель аҙағында Ғилван Әмиров ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға Өфөгә ҡайта, бында Еңеү көнөн ҡаршылай. 1945 йылдың 9 майында төшөрөлгән Өфө кадрҙары «Поволжье» киножурналында һәм бөтә Союз экранында күрһәтелә[3].
Һуғыштан һуң
1945—1948 йылдарҙа нәфис һәм хроникаль-документаль фильмдарҙың Алматы студияһында эшләй. 1948 йылда Ғилван Әмировтың әүҙем ҡатнашлығында Куйбышев кинохроника студияһының Өфө хәбәрселәр пункты ойошторола, унда эшен оператор, һуңынан хәбәрселәр пункты етәксеһе булып дауам итә. 1956 йылдан — Свердловск фәнни‑популяр һәм хроникаль фильмдар киностудияһында Өфө хәбәрселәр пункты, 1965—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы ҡарамағындағы ТВ һәм радиотапшырыуҙар комитеты операторы.
Ғилван Ғилметдин улы Өфөлә Ленин урамындағы 162-се йортта йәшәй. 1991 йылдың 1 июнендә 86-сы йәшендә вафат була, Мосолмандар зыяратында ерләнә. Ҡәбер ташына кинокамера һүрәте төшөрөлгән[2].
Ғаиләһе
- Ағаһы — Әмиров Гәрәй Ғилметдин улы (1913 йылдың 05 (18) октябре, Өфө — 12 декабрь 1982, Ҡазан) — документаль һәм фәнни-популяр фильмдар кинооператоры[4]. Мари АССР-ының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ҡыҙы — Ләлә Әмирова[2]
Хәтер
Ғилван Ғилметдин улының тормошо һәм хеҙмәт юлы хаҡында «Башҡортостан» ҡыҫҡаса энциклопедияһында, Башҡорт энциклопедияһының 1-се томында, Башҡортостан Кинематографсылар союзы һәм «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивале сайттарында мәҡәләләр бар. Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә тапшырыла торған «Операторлыҡ сәнғәтенә тос өлөш индергәне өсөн» Ғилван Ғилметдин Әмиров исемендәге махсус приз булдыра[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1948)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Фильмографиялары
Хроникаль‑документаль фильмдар операторы:
- «Сәскә атыусы Башҡортостан» (1939)
- «Икенсе Баҡы» (1940)
- «Совет Башҡортостаны» («Советская Башкирия»; 1948)
- «Дала батыры» («Степной батыр»; 1960)
Башҡортостан тураһындағы киносюжеттары:
- «Волга буйы» («Поволжье»)
- «Совет Уралы» («Советский Урал»)
- «Көн яңылыҡтары» («Новости дня») киножурналдарында
- «Беҙ һүрәт төшөрәбеҙ» («Мы рисуем»; 1965)
- «Колхоз экономисы» («Экономист колхоза»; 1966)
- «Шаян дельфин» («Весёлый дельфин»; 1966)
- «Урал — шифалы яҡ» («Урал — край лечебный» 1969)
- «Шоңҡар» («Шункар»; 1969)
«Союзкиножурнал», «Пионерия»,"Көн яңылыҡтары", «Волга буйы», «Төньяҡ Кавказ» һәм башҡа киножурналдары өсөн 600-ҙән ашыу сюжет төшөргән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Амиров Гильван Гильметдинович, Музей ЦСДК. 13 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Гильван Амиров - творец кинолетописи ( К 100-летию со дня рождения видного деятеля кино), Башинформ. 13 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ишбулатова Г. Күргәҙмә асылды, «Башҡортостан ҡыҙы» Журналы (27 апрель 2022). 13 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ Амиров Гарей Гильмутдинович, Марийская история в лицах. 13 ғинуар 2025 тикшерелгән.