Ялта
Я́лта — Ҡырымдың көньяҡ ярындағы курорт һәм порт ҡалаһы[4].
2014 йылға тиклем ҡала Ҡырым Автономиялы Республикаһы составындағы Ялта ҡала Советына инә.
Ялта ҡалаһын, шулай уҡ Ҙур Ялтаны айырып йөрөтәләр. Ҙур Ялта 70 км оҙонлоҡтағы территория, уның эсенә Ялта (административ үҙәк), Алупка һәм бер нисә ҡасаба инә.
Ҙур Ялта көнбайышта Форостан алып көнсығышта Краснокаменкаға тиклем һуҙыла. Ҙур Ялтаны административ яҡтан Ялта ҡала округы[5] тәшкил итә.
Этимологияһы
Иң таралған версия буйынса, ҡала исеме грек телендәге ялос (грек. γιαλος) — «яр»ҙан килеп сыҡҡан. Әммә ҡаланың атамаһы төрки сығышлы, нигеҙндә үҙгәргән грек атамаһынан тигән фараздар бар[6]. Ялта тураһында беренсе тапҡыр 1154 йылда ғәрәп тарихсыһы Әл-Иҙриси телгә ала. Галитаны (шулай уҡ Каулитаны йәки Джалитаны) ул Ҡара диңгеҙ ярындағы ҡумандар ҡалаһы тип атай. Ҡырым татарҙары теленән тәржемәһе — ярҙа.
Физик-географик ҡылыҡһырлама
Географик урыны һәм сиктәре
Ялта Ҡырым ярымутрауының көньяғында, Ҡара диңгеҙҙең Ялта ҡултығы ярында урынлашҡан. Ҡырым ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә Ҡырым тауҙары урынлашҡан. Улар бәләкәй тау һырттарынан, ҡаялы һырттарҙан һәм тау аралары соҡорҙарынан тора. Ялта ҙур тәбиғи «амфитеатр»ҙа урынлашҡан — ҡоро ерҙән ҡала тауҙарҙың ярым ҡулсаһы менән уратып алынған: төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнбайышҡа табан Кемаль-Эгерек (1530 м), Джады-Бурун (1423 м), Лапата (1406 м), Эндек (1358 м) һәм башҡа тауҙар менән Ялта яйлаһы үтә; төньяҡ-көнсығышта унан Никит яйлаһы армыты китә, аҡрынлап диңгеҙгә табан түбәнәйә, ул Никит (Марьян) мороно менән тамамлана; Ялтанан көнбайышҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа табан конус формаһындағы Могаби тауы (804 м), уның көньяҡ битләүе диңгеҙ янында Ай-Тодор мороно, шулай уҡ Рока (1349 м) һәм Ай-Петри (1234 м) тауҙары менән Ай-Петри яйлаһы менән тамамлана.
Ҙур Ялта территорияһында Ялта тау-урман тәбиғәт ҡурсаулығы урынлашҡан.
Тәбиғәт ресурстары
Ялта өсөн иң беренсе урында рекреацион ресурстар тора. Ҙур Ялтаның мөһим дауалау-климат ресурсы булып «Ялта» (тау-урман) — майҙаны 14,5 мең гектар, «Мыс Мартьян» (майҙаны 240 гектар), «Ҡырым» (тәбиғи) ҡурсаулыҡтары тора. Ялтаның иң ҙур парктары — Массандровска, Ливадия, Мисхор, Алупкин.
Климаты
Ялта Италияның билдәле Генуя һәм Равенна ҡалалары менән бер географик киңлектә урынлашҡан. Ҡала Ҡырымдың Көньяҡ яры үҙәгендә урынлашҡан һәм ярымутрауҙың иң йылы урындарының береһе булып тора. Бында ҡояш йылына уртаса 2250 сәғәт балҡый — был Сочиҙағы кеүек үк. Ялта климаты — диңгеҙ кимәленән 300 метр бейеклеккә тиклем урта диңгеҙ климаты; был кимәлдән юғарыраҡ ғинуарҙа уртаса температура 2 °C түбән төшә һәм үҫемлектәр үҙенең субтропик характерын юғалта[7].
Ҡыш йомшаҡ һәм ямғырлы, яҙ һалҡын, йәй эҫе һәм оҙайлы һәм көҙ оҙайлы йылы булыуы менән характерлана. Йылы, туңмай торған диңгеҙҙең һәм һалҡын елдәр юлында стена булып күтәрелгән Ҡырым тауҙарының бергә булыуы мөһим роль уйнай.
Ялтала һауаның дымлылығы түбән (уртаса 70 процент), был үҫемлектәр тәбиғәтенең характерын билдәләй һәм курорттың дауалау үҙенсәлектәрендә сағыла. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 609 мм. Елдең уртаса тиҙлеге — 1,9 метр/с.
Уртаса йыллыҡ температура −14,3 градус. Июлдең уртаса температураһы 25,2 градус, августа 25,7 градус, ғинуарҙың уртаса температураһы 4,8 градус, һалҡын ҡышта, һалҡын арктик циклон йәки Себер антициклоны үтеп ингәндә температураның −10 градусҡаса түбәнәйеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хатта ғинуарҙа ла йылы, ҡояшлы көндәр була, термометр +20 °C күрһәтә. 2006 йылдың ғинуары Ялта өсөн аномаль һалҡын була: температура −10,2 °C тиклем төшә[8][9][10][7].
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 17,8 | 20,2 | 27,8 | 28,5 | 33 | 35 | 39,1 | 39,1 | 33,2 | 31,5 | 25,2 | 22,0 | 39,1 |
| Уртаса максимум, °C | 7,1 | 7,1 | 9,5 | 14,4 | 19,8 | 24,7 | 28,2 | 28,4 | 23,4 | 17,8 | 12,4 | 8,6 | 16,8 |
| Уртаса температура, °C | 4,4 | 4 | 6,1 | 10,7 | 15,8 | 20,6 | 24,1 | 24,1 | 19,3 | 14,2 | 9,2 | 5,9 | 13,2 |
| Уртаса минимум, °C | 2,3 | 1,6 | 3,5 | 7,7 | 12,6 | 17,2 | 20,5 | 20,5 | 15,9 | 11,2 | 6,7 | 3,7 | 10,3 |
| Абсолют минимум, °C | −12,2 | −12,3 | −7,3 | −3,8 | 2,8 | 7,8 | 12,2 | 8,9 | 3,9 | −1,1 | −8,9 | −7,4 | −12,3 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 76 | 60 | 51 | 33 | 34 | 36 | 31 | 46 | 41 | 53 | 68 | 83 | 612 |
| Һыу температураһы, °C | 10 | 9 | 9 | 11 | 17 | 22 | 25 | 26 | 23 | 18 | 14 | 11 | 16 |
| Сығанаҡ: Погода и климат, Туристический портал | |||||||||||||
Халҡы
| 1939[11] | 1959[12] | 1970[13] | 1979[14] | 1987[15] | 1989[16] | 1992[17] | 1998[17] | 2001[18] |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 32 683 | ↗43 994 | ↗62 170 | ↗80 098 | ↗89 000 | ↘88 549 | ↗90 000 | ↘86 000 | ↘81 654 |
| 2003[17] | 2004[17] | 2005[17] | 2006[17] | 2007[17] | 2008[17] | 2009[19] | 2010[19] | 2011[19] |
| ↘80 979 | ↘80 416 | ↘80 140 | ↘79 796 | ↘79 380 | ↘78 935 | ↘78 584 | ↘78 334 | ↘78 032 |
| 2012[20] | 2013[20] | 2014[21] | 2015[22] | 2016[23] | 2017[24] | 2018[25] | 2019[26] | 2020[27] |
| ↗78 040 | ↗78 115 | ↘76 746 | ↗77 003 | ↗78 452 | ↗79 457 | ↗79 458 | ↘79 272 | ↘79 056 |
| 2021[3] | ||||||||
| ↘74 652 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 220 урында[28] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[29]).
- Милли составы
Халыҡтың милли составы яҡынса түбәндәгесә (2001 йыл, Ялта ҡалаһы ҡала советына буйһонған тораҡ пункттарҙан тыш):
- Урыҫтар — 67 %,
- Украиндар — 27 %,
- Белорустар — 2 %,
- Ҡырым татарҙары — 1 %,
- Башҡалар — 3 %[30]
Халыҡ иҫәбен алыу-ара осорҙа (1989 йылдан) йәһүдтәрҙең һаны кәмей һәм ҡала Советында 0,3 % тәшкил итә[31], Ҡырым татарҙарының өлөшө, киреһенсә, 1,3 процентҡа тиклем арта (ҡала советы сиктәрендә). Ике күренеш тә йәһүдтәрҙең Ҡырымдан Израилгә, ә Ҡырым татарҙарының Урта Азиянан Ҡырымға репатриацияһы менән аңлатыла. Урыҫтар һәм украиндар нисбәтенең үҙгәреүе урындағы милли үҙаңдың үҙгәреү процестары менән бәйле, һәм был миграция һөҙөмтәһе түгел[32].
Почётлы граждандары
2011 йылдың 15 июленән алып Ялтаның почетлы гражданы исеме йылына 1 тапҡыр ғына бер кешегә һәм тик Ялты ҡалаһы көнө алдынан үткән сессияла ғына бирелә ала.[33].
2021 йылға 47 кеше Ялтаның почетлы гражданы исемен йөрөтә[34]:
- Ротару София Михайловна (1996)[34]
- Богатиков Юрий Иосифович (1996)[34]
- Киркоров Филипп Бедросович (2010)[34][35].
- Кузьмин Василий Михайлович (2004)[34]
- Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (2004)[36]
- Пуговкин Михаил Иванович (1996)[34]
- Рассадкин Пётр Алексеевич (2004)[34]
- Сеид-Абдул-Ахад-Хан
Билдәле шәхестәре
- Никифоров Алексей Фёдорович (17.03.1915—21.03.1977), колхозсы, эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сапёр взводының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Яковлевка ауылынан. Һуғыштан һуң Ялтала йәшәй, унда вафат була һәм ерләнә.
Туғандаш ҡалалар
Туғандаш ҡалалар исемлеге:
Акапулько, Мексика[37]
Анталья, Төркиә[38]
Батуми, Грузия (29 ғинуар 2008)[39]
Владикавказ, Рәсәй
Галац, Румыния
Ереван, Әрмәнстан
Калуга, Рәсәй
Латакия, Сирия
Маргит, Бөйөк Британия
Мәскәү, Рәсәй
Ницца, Франция
Поццуоли, Италия
Пярну, Эстония
Риека, Хорватия
Родос, Греция
Сальсомаджоре-Терме, Италия
Санта-Барбара, АҠШ
Санья, ҠХР
Улан-Удэ, Рәсәй
Фудзисава, Япония
Хайкоу, ҠХР
Хачмас, Әзербайжан
Шарм-эш-Шейх, Мысыр
Эйлат, Израиль
Южно-Сахалинск, Рәсәй
Факт
- Ялта хөрмәтенә Гаспра астероидында диаметры 1,4 км булған кратер аталған[40].
Әҙәбиәт
- Ялта, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Олиферов, Август Николаевич; Тимченко, Зинаида Владимировна. Реки и Озера Крыма.. — Симферополь: Доля, 2005. — 216 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Янина Павленко. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2021. Архивировано 13 ноябрь 2021 года.
- ↑ Генеральный план муниципального образования: городской округ Ялта Республики Крым. Карта границ населённых пунктов, входящих в состав городского округа (PDF). Федеральная государственная информационная система территориального планирования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2022. Архивировано 15 февраль 2022 года.
- ↑ 1 2 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
- ↑ Федеральный конституционный закон от 21.03.2014 № 6-ФКЗ "О принятии в Российскую Федерацию Республики Крым и образовании в составе Российской Федерации новых субъектов - Республики Крым и города федерального значения Севастополя".
- ↑ Рәсәйҙең позицияһына ярашлы
- ↑ О Ялте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2009. Архивировано 21 ноябрь 2008 года.
- ↑ 1 2 Климатические районы Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 26 ноябрь 2014 года.
- ↑ Погода и Климат — Климатический монитор: погода в Ялте
- ↑ Климат Южного берега Крыма — Отдых в Ялте и на Южном берегу Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2012. Архивировано 4 октябрь 2012 года.
- ↑ Климат Крыма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2012. Архивировано 16 август 2012 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 г. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
- ↑ Народное хозяйство СССР за 70 лет : юбилейный статистический ежегодник : [арх. 28 июнь 2016] / Государственный комитет СССР по статистике. — Москва : Финансы и статистика, 1987. — 766 с.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Cities & towns of Ukraine
- ↑ Кількість та територіальне розміщення населення України. Дані Всеукраїнського перепису населення 2001 року про адміністративно-територіальний поділ України, чисельність, розміщення та склад населення України за статтю, групування населених пунктів, адміністративних районів, сільських рад за чисельністю населення станом на 5 грудня 2001 року. (укр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2014. Архивировано 16 июль 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Статистичний збірник "Чисельність наявного населення України на 1 січня 2011 року" . - Киів, ДКС, 2011. - 112с. (укр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2014. Архивировано 15 июль 2014 года.
- ↑ 1 2 Статистичний збірник "Чисельність наявного населення України на 1 січня 2014 року" (укр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2014. Архивировано 1 июль 2014 года.
- ↑ Перепись населения 2014 года. Численность населения Крымского федерального округа, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2018. Архивировано 26 июль 2018 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2019. Архивировано 2 май 2021 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
- ↑ Национальный атлас Украины либо Атлас учителя — К.: ГНПП «Картография» — 2010 / Стр. 256—257 «Национальный состав населения» (укр.): национальный состав населения городов Украины
- ↑ Перепись. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 28 август 2012 года.
- ↑ Украинская матрица. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 17 май 2012 года.
- ↑ Почётное гражданство Ялты — лучшим из лучших | медиа-центр «IPC-Большая Ялта» Архивная копия от 20 июль 2014 на Wayback Machine, 15.07.2011
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Список почетных граждан муниципального образования городской округ Ялта Республики Крым
- ↑ Киркоров получил звание почётного гражданина Ялты Архивная копия от 29 март 2016 на Wayback Machine, 12.08.2010
- ↑ Герой Советского Союза Мазитов Гали Ахметович
- ↑ Acapulco de Juárez, Guerrero, México — Ciudades y pueblos del mundo
- ↑ başlık Kardeş Şehirler — Yalta | erişimtarihi = 29 Haziran 2012
- ↑ https://batumi.ge/ge/?page=show&sec=5
- ↑ Планетарные имена. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2016. Архивировано 9 декабрь 2016 года.