Маргит (ҡала)

Маргит (ингл. Margate) — Көньяҡ-Көнсығыш Англияла Кент графлығындағы ҡала, Танет районының административ үҙәге.

Тарихы һәм географияһы

Ҡала Танет утрауының төньяҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 58 465 кеше тәшкил итә ( 2001 йылға).

Маргит ҡалаһына Meregate исеме аҫтында 1254 йылда нигеҙ һалына, 1293 йылда Маргит тип үҙгәртелә. Диңгеҙ порты. Викториан архитектураһы ҡомартҡылары менән ҡала үҙәге яҡшы һаҡланған. 1835 йылда табылған ер аҫты Ракушкалар ҡыуышлығы (Grotto Shell) ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Ҡала халҡының килеменең төп сығанағы булып туристарҙы хеҙмәтләндереү тора.

Мәҙәниәте

Маргитта ике театр бар, уларҙан Король театры — Англияла ололоғо буйынса икенсе. 2011 йылдың апрелендә Маргитта хәҙерге заман сәнғәте музейы асыла[2].

Шахмат турнирҙары

1920 —30 йылдарҙа Маргитта шул ваҡыттағы көслө шахматсыларҙың ҡатнашлығында бер нисә халыҡ-ара шахмат турнирҙары үтә.

  • 1923 йыл, март — апрель. 1. Эрнст Грюнфельд.
  • 1935 йыл, апрель — май. 1. Самуил Решевский.
  • 1936 йыл, апрель. 1. Сало Флор
  • 1937 йыл, март — апрель. 1-2. Пауль Кересе һәм Файн Ройбен.
  • 1939 йыл, апрель. 1. Пауль Керес.[3]

Партнер ҡалалар

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.citypopulation.de/UK-Cities.html
  2. Собство. корреспонденты. Көньяҡ-көнсығыш яр буйында Англияла барлыҡҡа килгән яңы заманса сәнғәт музейында museum Contemporary Turner(недоступная ссылка) // www.artukraine.com.ua. — 2011. — 20 апра.
  3. Шахмат : энциклопедик һүҙлек. М., 1990. 230. с.
  4. Этот населённый пункт расположен на территории Крымского полуострова, бо́льшая часть которого является объектом территориальных разногласий между Россией, контролирующей спорную территорию, и Украиной, в пределах признанных большинством государств — членов ООН границ которой спорная территория находится. Согласно федеративному устройству России, на спорной территории Крыма располагаются субъекты Российской ФедерацииРеспублика Крым и город федерального значения Севастополь. Согласно административному делению Украины, на спорной территории Крыма располагаются регионы Украины — Автономная Республика Крым и город со специальным статусом Севастополь.

Категориялар