Биографияһы

Никифоров Алексей Фёдорович 1915 йылдың 17 мартында Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең[1] Яковлевка ауылында тыуған. Урындағы колхозда, һуңынан СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының Благовар район бүлексәһендә эшләй[2].

Ҡыҙыл Армияла 1936—1938 йылдарҙа һәм 1942 йылдың март айынан. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. 1-се Белоруссия фронты 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы сапёр взводының отделение командиры булып хеҙмәт итә[3].

Гвардия өлкән сержанты Алексей Никифоров Украина ССР-ы Чернигов өлкәһендәге Мена тимер юл станцияһын алғанда тапҡырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. Дошмандың бронепоезын станцияға үткәрмәҫ өсөн уға тимер юл полотноһын шартлатыу йөкмәтелә. Бойороҡто үтәү бик ауыр була: тимер юл гитлерсылар ҡулында, уға барыу юлдары пулемёт-пушка утына тотола. Оҫта итеп маскировкаланып, Никифоров маҡсатына ирешә һәм шартлатҡысты уңышлы ҡуя һала. Бер нисә минуттан һауаға шпал һәм рельс киҫәктәре оса[4].

1943 йылдың октябрендә Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда ла яугир батырлығы менән айырылып тора. Дошман уты аҫтында Алексей Никифоров 27 рейс яһай, боеприпастар, хәрби техника һәм аҙыҡ-түлек ташый[4].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән Никифоров Алексей Фёдоровичҡа, Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3015) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4][5].

Һуғыштан һуң Ялта ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[2]. 1977 йылдың 21 мартында вафат була, Ялтаның Иҫке зыяратында ерләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Никифоров Алексей Фёдоровичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының Бекетов ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[6].
  • Геройҙың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) ҡуйылған мемориал таҡталарҙа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бергә уйып яҙылған[7].
  • Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылының бер урамы А. Никифоров исемен йөрөтә[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
  2. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Никифоров Алексей Фёдорович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. (баш.)
  3. 1 2 Н. В. Уфаркин. Никифоров Алексей Фёдорович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026. (рус.)
  4. 1 2 3 4 Никифоров Алексей Фёдорович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026. (рус.)
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2026) (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026. (рус.)
  7. Никифоров Алексей Фёдорович. Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь; Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар