Ҡырым Автономиялы Республикаһы
Ҡырым Автономиялы Республикаһы (укр. Автономна Республіка Крим, ҡырымтат. Qırım Muhtar Cumhuriyeti, рус. Автономная Республика Крым) — Украина конституцияһына ярашлы][4], Украина составындағы автономиялы республика.
Украина составында Ҡырым автономияһы УССР-ҙың 1991 йылдың 12 февралендәге 712-XII һанлы законына ярашлы Ҡырым Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы булараҡ ойошторола.
1992 йылда Ҡырым Юғары Советы Ҡырым Конституцияһын ҡабул итә, унда суверен дәүләт – Ҡырым Республикаһы иғлан ителә. Әммә Украина Ҡырымдың суверенлығын танымай, уны автономия тип атай һәм хоҡуҡтарын сикләй. Кризис 1998 йылда Ҡырым Юғары Советы тарафынан ҡабул ителгән Ҡырым Автономиялы Республикаһының Конституцияһы менән хәл ителә, унда Украинаның айырылғыһыҙ өлөшө булған Ҡырым Автономиялы Республикаһы атамаһы ҡулланыла.
2014 йылдың 11 мартында Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Советы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Автономиялы һүҙе әһәмиәтен юғалта, Ҡырым Юғары Советы документтарында Ҡырым Республикаһы атамаһы ҡулланыла[5]. 2014 йылдың 18 мартында Ҡырым Республикаһы референдум һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Федерацияһы составына инә[6].
Тарих
Ҡырым АССР-ының тергеҙелеүе
1989 йылдың 28 ноябрендә СССР Юғары Советының ҡарарына ярашлы Ҡырым АССР-ы тергеҙелеү кәрәклеге билдәләнә. Документта автономияның тергеҙелеүе бөтә милләттәрҙең мәнфәғәттәренә ярашлы буласағы әйтелә.
1990 йылдың ноябрендә Ҡырым өлкә советы был мәсьәләне күтәрә. 20 ғинуар 1991 йылда референдумда ҡатнашыусыларҙың 93 %-ы Ҡырым АССР-ы тергеҙелеү өсөн тауыш бирә. 1991 йылдың 12 февралендә УССР Юғары Советы Ҡырым АССР-ын тергеҙеү тураһында закон ҡабул итә. 22 мартта Ҡырым өлкә советы Юғары Совет итеп үҙгәртелә, һәм Конституция әҙерләү бурысы ҡуйыла. 19 июнь 1991 йылда УССР Конституцияһына автономия тураһында пункт индерелә.
1991 йылдың 21 августында УССР Юғары Советы Украина бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә һәм УССР менән СССР Конституцияларының ғәмәлдән сығыуын белдерә.
Ҡырым Республикаһы
1991 йылдың 4 сентябрендә Ҡырым автономияһының Юғары Советы дәүләт суверенлығы декларацияһын ҡабул итә, унда Украинала ҡалыу теләге белдерелә[7].
1991 йылдың 1 декабрендә Бөтә Украина референдумында Ҡырым халҡының 54 %-ы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон яҡлап тауыш бирә, был бары тик 33 % һайлаусының хуплауын аңлата[8].
1992 йылдың 26 февралендә Ҡырым Юғары Советы Ҡырым АССР-ын «Ҡырым Республикаһы» тип үҙгәртә[9]. 5 майҙа Юғары Совет дәүләт бойондороҡһоҙлоғо акты ҡабул итә[10], ә 6 майҙа Конституция, Ҡырым Украина составындағы демократик дәүләт тип билдәләнә.
1992 йылды7 29 апрелендә Украина Юғары Радаһы Ҡырымдың статусын автономия тип билдәләй һәм уның хоҡуҡтарын Конституция менән сикләй[11].
1994 йылда Юғары Совет президент вазифаһын индерә, һәм был вазифаға Рәсәй яҡлы Юрий Мешков һайлана[12]. Ул 1992 йылғы Конституцияның тәүге редакцияһын тергеҙеү өсөн референдум уҙғарырға тәҡдим итә.
Ҡырым Автономиялы Республикаһы
1994 йылдың 21 сентябрендә Украина Юғары Радаһы ултырышында Ҡырым автономияһы мәсьәләһе ҡарала. Ҡайһы бер депутаттар Ҡырым Конституцияһына исемде Ҡырым Республикаһы тип үҙгәртергә тәҡдим итә, әммә был идея тәнҡиткә осрай. Һөҙөмтәлә автономия Ҡырым Автономиялы Республикаһы тип атала башлай[13][14].
1995 йылды7 17 мартында Украина Юғары Радаһы Ҡырымдың Конституцияһын һәм президент вазифаһын юҡҡа сығара. Автономия статусы яңы закон менән көйләнә башлай[15].
1995 йылдың 1 ноябрендә Ҡырымдың яңы Конституцияһы ҡабул ителә, ул президент һәм суверенитет мәсьәләләрен ҡарамай. 4 апрель 1996 йылда был Конституция Украина Юғары Радаһы тарафынан раҫлана.
1998 йылдың 21 октябрендә «Ҡырым Автономиялы Республикаһының Конституцияһы» ҡабул ителә һәм 1998 йылдың 23 декабрендә Украина Юғары Радаһы уны раҫлай[16]. Конституция 1999 йылдың 12 ғинуарында көсөнә инә, һәм украин теле рәсми тел тип билдәләнә.
2000 йылдың 18 октябрендә Ҡырым Автономиялы Республикаһының гимны раҫлана.
Ҡырым Рәсәй составында
2013 йылдың ноябрь аҙағында Украина буйынса протесттар башлана, улар етәкселәрҙең Евросоюз менән ассоциация тураһында килешеүгә ҡул ҡуймауы менән бәйле була. Ҡырымда ла шундай уҡ протесттар үтһә лә, ҡатнашыусылар һаны аҙ була.
2014 йылдың февралендә Ҡырым һәм Севастополь етәкселеге Украина хөкүмәтенең легитимлығын танымай һәм Рәсәйҙән ярҙам һорай[17].
2014 йылдың 11 мартында Ҡырым Юғары Советы һәм Севастополь бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итә. 16 мартта референдум үтә, уның һөҙөмтәләре буйынса күпселек Рәсәйгә ҡушылыу өсөн тауыш бирә[18].
17 мартта Ҡырым Рәсәй составына яңы субъект булараҡ ҡабул итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. 2014 йылдың 18 мартында Рәсәй менән Ҡырым араһында ҡушылыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Был килешеү буйынса Рәсәй составында яңы субъекттар — Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы барлыҡҡа килә[19].
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Конституции Автономной Республики Крым Симферополь именуется столицей автономии, однако Конституционный Суд Украины в своём решении от 16 января 2003 года счёл такую терминологию некорректной[1]
- ↑ В Конституции АР Крым отсутствует понятие собственного «государственного» или «официального» языка. При этом Конституция АРК наряду с государственным украинским наделяет русский и крымскотатарский языки некоторыми официальными функциями. Постановлением от 26 мая 2010 года № 1747-5/10 Верховный Совет АРК, «руководствуясь нормами части первой статьи 9 и части третьей статьи 10 Конституции Украины, а также статями 10 и 14 Конституции Автономной Республики Крым, Законом Украины от 15 мая 2003 года № 802-IV „О ратификации Европейской хартии региональных языков или языков меньшинств“», объявил русский язык региональным языком АРК[3].
- ↑ Рішення Конституційного Суду України у справі за конституційним поданням 50 народних депутатів України щодо відповідності Конституції України (конституційності) положень Конституції Автономної Республіки Крим та Закону України "Про затвердження Конституції Автономної Республіки Крим" (справа про Конституцію Автономної Республіки Крим). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2017. Архивировано 23 апрель 2017 года.
- ↑ Укрстат: Численность населения на 1 марта 2014 года и средняя численность за январь-февраль 2014 года Архивная копия от 20 июль 2017 на Wayback Machine
- ↑ Конституция АР Крым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2017. Архивировано 23 апрель 2017 года.
- ↑ Согласно Конституции Украины Архивная копия от 24 февраль 2016 на Wayback Machine
- ↑ Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһының бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2022. Архивировано 29 ноябрь 2014 года.
- ↑ Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡырым Республикаһы араһында Рәсәй Федерацияһына Ҡырым Республикаһын ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъекттар булдырыу тураһында килешеү. РФ Президентының рәсми порталы (18 апрель 2014).
- ↑ Ҡырым дәүләт суверенлығы декларацияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2014. Архивировано 3 декабрь 2019 года.
- ↑ УССР референдумы. sevkrimrus.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2016. Архивировано 4 июнь 2016 года.
- ↑ Ҡырым Республикаһының рәсми исеме тураһында закон. Ведомости Верховного Совета Крыма, 1992 г., № 5, ст. 194 (1992). Архивировано 27 ғинуар 2016 года.
- ↑ Ҡырым Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо акты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2014. Архивировано 3 декабрь 2019 года.
- ↑ Ҡырым Автономияһының статусы тураһында закон. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2016. Архивировано 4 февраль 2016 года.
- ↑ Маркедонов Сергей. Постсоветская уникальность (20 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2014. Архивировано 1 апрель 2014 года.
- ↑ s:Закон Украины от 21.09.1994 № 171/94-ВР
- ↑ Стенограмма пленарного заседания Верховной рады Украины Архивная копия от 14 март 2016 на Wayback Machine
- ↑ Силовой акт оккупационого режима: Об отмене Конституции Республики Крым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2014. Архивировано 4 ғинуар 2014 года.
- ↑ Конституция Автономной Республики Крым. Сайт Верховной Рады Украины. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2014. Архивировано 20 март 2014 года.
- ↑ Премьер Крыма попросил помощи у России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2014. Архивировано 1 август 2015 года.
- ↑ Венецианская комиссия признала крымский референдум нелегитимным. Архивировано 6 май 2016 года.
- ↑ Крым начал процедуру присоединения к РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2014. Архивировано 27 сентябрь 2017 года.