Әмиров Шәүҡәт Сабир улы
Биографияһы
Әмиров Шәүҡәт Сабир улы 1947 йылдың 9 майында РСФСР Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһында тыуған.
Мейәс ҡалаһында 2-се һанлы балалар музыка мәктәбен (В. Колодяжный класы) тамамлай. Артабан М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск музыка учлищеһына (А. А. Аншелес һәм В. С. Кононенко кластары) уҡырға инә һәм уны 1966 йылда тамамлай.
Һуңынан Екатеринбург ҡалаһында М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһына (профессор Е. Г. Блинов класы) уҡырға инә[1][3]) һәм уны 1974 йылда тамамлай. Аҙаҡ Урал дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә. Армияла хеҙмәт итә[1], Урал хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбленең артисы була.
Мейәс музыка училищеһында уҡыта. 1976—1979 йылдарҙа Силәбе ҡалаһында Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында ҡыллы халыҡ инструменттары секцияһы мөдире була[1], Силәбе дәүләт филармонияһында концерт ҡуя[4].
1980—1990 йылдарҙа Урал консерваторияһында уҡыта. 1990—1999 йылдарҙа Н. Г. Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһында профессор, проректор булып эшләй[1]. Артабан Екатеринбургҡа ҡайта, 1999 йылдан Урал дәүләт консерваторияһында профессор, 2003 йылдан Урал дәүләт консерваторияһының ректоры була[1]. Магнитогорск консерваторияһы уҡытыусыларын һәм студенттарын уҡыта һәм консультация бирә; сығарылыш дәүләт квалификация комиссияһы ағзаһы. Бер нисә конкурстар жюриһы[5][6][7].
Германия, Голландия, Италия, Франция, Япония, Вьетнам, Корея Республикаһы, Чехословакия һәм Филиппинда сығыш яһай[1]."Татарская музыка для балалайки" һәм «Транскрипции для балалайки» йыйынтыҡтары авторы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Эстрада артистарының 5-се бөтә Союз конкурсының икенсе премияһы лауреаты (Мәскәү, 1974; С. Зиновьев (баян) менән дуэт[1]).
- Халыҡ музыка ҡоралдарында бөтә Рәсәй (1979, Ленинград[1]) һәм бөтә Союз конкурстарының беренсе премияһы лауреаты.
- Италияла халыҡ-ара конкурстар лауреаты (1993 йылда Кастельфидардо һәм 2000 йылда Баррила)[1][4].
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989);
- Свердловск өлкәһе губернаторының премияһы[1]
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2006)[2][8]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Амиров Шаукат Сабирович. Оф. сайт УГК им. М.П. Мусоргского. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018. 2018 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Петр Латышев вручил 21 уральцу госнаграды. Среди них Виталий Смирнов. ИА АПИ - Новости Екатеринбурга (19 декабрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018.
- ↑ 1 2 РОССИЙСКАЯ ШКОЛА ИСПОЛНИТЕЛЬСТВА НА НАРОДНЫХ ИНСТРУМЕНТАХ Уральская государственная консерватория им. М.П. Мусоргского. Сайт balalaika-master.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018.
- ↑ 1 2 Амиров Шаукат Сабирович. Энциклопедия ИА «Экспертный канал ФедералПресс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018.
- ↑ Балалаечники верхнепышминской музыкальной школы стали лауреатами Всероссийского конкурса «Уральские самоцветы». Информационный сайт Верхней Пышмы и Среднеуральска govp.info (22 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018.
- ↑ Фотоотчёт с Международного фестиваля-конкурса "Уральская звезда" (г. Екатеринбург, 4 мая 2015 года). Сайт Творческого объединения "Я МОГУ!". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018. Архивировано из оригинала 12 сентябрь 2018 года. 2018 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Победа музыкантов из Кунгура в V международном конкурсе исполнителей на народных инструментах «Прикамье – 2016». Кунгур-край Новости (14 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018. 2018 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Латышев вручил госнаграды лучшим уральцам. Уральская региональная общественная организация по развитию связей с земляками. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018.