Мәзитов Әмир Миңлевәли улы
Мәзитов Әмир Миңлевәли улы (рус. Мазитов, Амир Минивалеевич; 1968 йылдың 5 июне, Үрге Һаҙ, Башҡорт АССР-ы) — рәссам, Башҡортостан Республикаһының(2010) һәм Рәсәй Федерацияһының (2023)[1] атҡаҙанған рәссамы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2025)[2].
Биографияһы
Мәзитов Әмир Миңлевәли улы 1968 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуа
1995 йылда Өфө сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын (профессор Э. М. Сәитов һәм доцент М. А. Назаров оҫтаханаһы), 1998 йылда — Өфө сәнғәт институты ҡарамағындағы Рәсәй художество академияһы аспирантураһын (педагогы — академик А. Ф. Лотфуллин) тамамлай.
1999 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәте кафедраһында эшләй, 2000 йылдан алып — кафедра мөдире, 2014 йылдан алып — һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор.
1996 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы, 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Галерея «Торн» (Вашингтон, АҠШ), Музей Л. Розенблюм (Тель-Авив, Израиль), Магнитогорск картиналар галереяһында, Яр саллы ҡалаһының картиналар галереяһында (ТР), Ырымбур өлкәһе һынлы сәнғәт музейында, шулай уҡ Италия, Австрия, Португалия, Төркиә, берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре музейҙарында һәм галереяларында һаҡлана[3].
2023 йылдың 23 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» тигән исем ала.
2025 йылдың 9 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Картиналары
«Малай» (1992—1996), «Ҡарт һәм тәгәрмәс» (1996), «Пәйғәмбәр» (1994—2003), «Ғибрәтле хикәйәттәр» (1995—2003), «Атай» (1997—2000), «Ата-әсәләргә бағышлама» (1995—2000), «Эпос» (1999—2000), «Салауат тураһында» (1997—2004) һәм башҡалар; сериялары: «Плетеное небо» (1994—2000), «Сарсау» (1995—1997). Картиналары: «Ҙур балыҡ ситлеге» (1986), «Урал-батыр» (1997), «Рәссам-II», (2001—2007), «Ағас балы» (2003—2007) һ. б.
Күргәҙмәләре
1988 йылдан алып йәштәр, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2025);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2023);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010);
- Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1997);
- «Сәнғәт өлкәһендә йыл кешеһе» исеме, АҠШ МБО-һы;
- Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы Секретариатының алтын миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мазитов Амир Минивалиевич – Награды России, 2023-10-23. ru-nagrady-by.web.app. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии стали известны лауреаты премии имени Салавата Юлаева за 2025 год (9 октябрь 2025). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Новикова. Художник Амир Мазитов – Портал «Любимые художники Башкирии» (30 август 2019). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.