Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы

Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы (1973 йылдың 3 ноябре, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — хореограф, эстрада художество етәксеһе, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2025)[1].

Биографияһы

Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы 1973 йылдың 3 ноябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1979—1990 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә уҡый. Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.

1993 йылда Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумын тамамлай. 1993 йылдан 2001 йылға тиклем Сибай дәүләт филармонияһында балет артисткаһы була.

2000 йылда Сулпан Асҡарова Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын «Хореография сәнғәте» белгесе булып тамамлай (балетмейстер-педагог), профессор Мурашко Михаил Петрович курсы[2].

Өфөгә күсеп килгәс, 2002 йылға тиклем Башҡорт филармонияһында балет буйынса репетитор була.

2002—2006 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының балетмейстеры һәм хореографы булып эшләй[2].

Республиканың төп театрында бер аҙ эшләгәндән һуң, Сулпан Асҡарова алты йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директорының халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары булып эшләй.

2012 йылда хореограф һәм балетмейстер булып Башҡорт академия театрына кире әйләнеп ҡайта, спектаклдәр һәм сәхнә хәрәкәттәрен ҡуйыусы була. Барлығы 30 спектакль уның ҡатнашлығында ҡуйылған[2].

2017 йылдың февраленән башлап, Сулпан Асҡарова Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй[2].

Сулпан Асҡарова республикала киң танылған «Байыҡ» бейеү фестивале эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда «Шаян бейеү — бишбармаҡ», «Һай, килен», «Бабич ялҡыны» бейеүҙәре өсөн Сулпан Асҡарова яңғыҙ бейеүҙә «Иң яҡшы бейеү ҡуйыусы» тип таныла. Бейеү фестиваленең баһалама ағзаһы ла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2025);
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2023)[3];
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2021)[4];
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020).

Ғаиләһе

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың ҡатыны[5].

Иҫкәрмәләр

  1. Лейла Аралбаева. В Башкирии стали известны лауреаты премии имени Салавата Юлаева за 2025 год (9 октябрь 2025). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 Аскарова Сулпан Раилевна - заслуженная артистка Республики Башкортостан. rcntrb.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
  3. Торжественная церемония награждения прошла в рамках заседания Совета по культуре РБ. culture.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
  4. В Уфе состоялась церемония вручения государственных наград деятелям культуры и искусства. kulturarb.ru (30 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
  5. Скорбим и помним! bashgf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.

Һылтанмалар