Абушахманов Әхтәм Әхәт улы
Әхтәм Әхәт улы Абушахманов (рус. Абушахманов Ахтям Ахатович, 1948 йылдың 10 марты, Буранғол, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй театр һәм кино актёры, театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе (1999—2025). РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
Биографияһы
1948 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған.
Үҙешмәкәр артист булып танылғанлыҡтан, 1967 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә 2-се курсҡа уҡырға саҡырыла. 1970 йылда уны тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай.
1989 йылдан республиканың Йәш тамашасылар театрында эшләй.
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау комиссияһы, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы була, Социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары.
Радиоспектакль жанрында эшләгән режиссерҙарҙың береһе. Шулай уҡ нәфис фильмдарҙы башҡортсаға ауҙарыуҙа уңышлы эшләй; 200-ҙән ашыу фильм уның ҡатнашлығында тәржемә ителә[2].
1999—2025 йылдарҙа — Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре берлеге идараһы рәйесе, ә 2001 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы секретары була.
2025 йылда Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе вазифаһында Алмас Әмиров алмаштыра[3].
Башҡарған ролдәре
- Спектаклдәрҙә
- Парис — «Ромео менән Джульетта», Уильям Шекспир;
- Саҙрый — «Онотма мине, ҡояш!», Азат Абдуллин;
- Салауат — «Салауат», Мостай Кәрим;
- Көс — «Ташлама утты, Прометей!», Мостай Кәрим;
- Аҡъегет — «Ай тотолған төндә», Мостай Кәрим;
- Һалдат — «Әсәләр улдарын көтә», Әсғәт Мирзаһитов;
- Ҡарағол — «Ҡарағол», Дауыт Юлтый;
- Краснов — «Бәлә ағас башынан йөрөмәй», Александр Островский;
- Һөйәр — «Улар дүртәү», Габриела Запольская;
- Кәрим Хәкимов — «Ҡыҙыл паша», Нәжиб Асанбаев;
- Туҡтамыш хан — «Иҙеүкәй менән Мораҙым», Мөхәмәтша Буранғолов;
- Юсов — «Төшөмлө урын», Александр Островский;
- Отелло — «Отелло», Уильям Шекспир;
- Ҡоҙар — «Мөхәббәт тураһында риүәйәт», Ғәбит Мөсрепов.
- Кинола
- Ҡайсар — «Көмөш мөгөҙ Алатау» («Ҡаҙаҡфильм», 1979);
- Кәрим Хәкимов — «Ҡыҙыл паша» (СССР Үҙәк телевидениеһының фильм-спектакле, 1985);
- Һатлыҡ — «Кинйә» (Башҡортостан телефильмдары, 1988);
- Һиммәт — «Һарығолаҡ» (Башҡортостан телефильмдары, 1990)[4].
Режиссёр эше
- «Розамы мин әллә?», Әнисә Дилмөхәмәтова драмаһы буйынса (1990);
- «Ҡурай моңо», Наил Ғәйетбаев (1992);
- «Париж башҡорто», Булат Рафиҡов (1994)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983)
Ғаиләһе
Улдары: Айрат — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020)[5][6], Ринат — Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010)[7][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Героический театр Ахтяма Абушахманова (14 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Лейла Аралбаева. Председателем Союза театральных деятелей Башкирии стал Алмас Амиров (28 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ 1 2 Ахтям Абушахманов. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Абушахманов Әхтәм Әхәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Абушахманов Айрат Ахтямович. bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Ринат Абушахманов. bashopera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Ринат Абушахманов. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
Һылтанмалар
- Һ.С.Сәйетов Тәрж. Г.С.Балтабаева. Абушахманов Әхтәм Әхәт улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.