Абушахманов
Абушахманов — ир-ат фамилияһы. Абушахман исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Абушахманова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
- Абушахманов Айрат Әхтәм улы (20 август 1974 йыл) — драма театры артисы, режиссёр. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссёры (2019 йылдан). «Алтын битлек» премияһы номинанты (2008, 2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы (2010) ағзаһы. «Туғанлыҡ» Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (2006, 2012). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт (2020), Д. Сиразиев исемендәге театраль (2009) премиялар лауреаты.
- Абушахманов Әхтәм Әхәт улы (10 март 1948 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
- Абушахманов Ринат Әхтәм улы (1980 й.) — балет артисы.