Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы
Светлана Ғәйнулла ҡыҙы Ғиниәтуллина (рус. Светлана Гайнулловна Гиниятуллина; 1975 йылдың 7 июле, Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй драма актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008). 2003 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1].
Биографияһы
1975 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында тыуған[1]. Урындағы 1-се урта мәктәпте, фортепиано буйынса музыка мәктәбен тамамлай[2].
1997 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте факультетын (А. И. Карякин һәм Т. Н. Хәйбуллина курсы) тамамлай[1][3].
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй[2]. 1997 йылдан — Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында[1][3].
Ижады
Киң планлы актриса, лирик-драматик ролдәрҙе лә, комик ролдәрҙе лә уйнай[1].
Ролдәре
Сәхнәлә башҡарған төп ролдәре:
- Анна Демби — «Кин IV, йәки Гений һәм аҙғынлыҡ», Г. И. Горин;
- Ирина — «Апалы-һеңлеле өсәү», А. П. Чехов;
- Катя — «Биш кисә», А. М. Володин;
- Зөбәржәт — «Ай тотолған төндә», М. Кәрим;
- Хильда — «Төҙөүсе Сольнес», Г. Ибсен;
- Төлкө — «Иван VII», В. И. Ольшанский;
- Яҡты йондоҙ — «Арканзас мөғжизәһе йәки Бейеүсе айыу», Д. Патрик;
- Смельская — «Уңыш хаҡы», В. И. Ольшанский;
- Любовь — «Һуңғылар», М. Горький;
- Елена Андреевна — «Ваня ағай», А. П. Чехов;
- Флоренс — «Сәйер Сэвидж ханым», Д. Патрик;
- Турандот — «Принцесса Турандот», К. Гоцци;
- Элиза — «Һаран», Мольер;
- Бланш Дюбуа — «Өмөт трамвайы», Т. Уильямс;
- Аҡйондоҙ — «Ике хат», М. Кәрим;
- Фея — «Көлһылыу», Е. Л. Шварц;
- Синьора Өрәк — «Пират һәм өрәктәр», В. И. Ольшанский;
- Женевьева — «Блэз», К. Манье;
- Марианна — «Мәҙәк осраҡ», К. Гольдони;
- Клементина — «Геростратты оноторға» Г. Горин;
- Маркиза де Мертей — «Ҡурҡыныс элемтәләр» К. Хэмптон;
- Мэг Снайдер — «Примадонналар», К. Людвиг;
- Шамакай, Убырлы ҡарсыҡ, Скоморох — «Батша ҡыҙы-баҡа», В. И. Ольшанский;
- Юлия Джули — «Күләгә», Е. Л. Шварц;
- Зоя Денисовна Пельц — «Зойканың фатиры», М. Булгаков;
- Бал ҡорто — «Сыңҡылдаҡ себен», Ю. Дунаев;
- Тойбеле — «Ҡатын һәм уның иблисе», И. Зингер;
- Кошка — «Кошкин дом», С. Маршак;
- Галя — «Хапун», В. И. Ольшанский;
- Агафья Тихоновна — «Өйләнеү», Н. В. Гоголь;
- Башҡарыусы — «Детство. Страницы», Л. Н. Толстой хикәйәләре буйынса;
- Лора — «Пьяные», И. Вырыпаев;
- Василиса — «Один день или конец света», В. И. Ольшанский;
- Кикимора — «Аленький цветочек», С. Аксаков әкиәте буйынса;
- Бабетта — «Обычный человек», В. И. Ольшанский;
- Тәҙрәләге ҡатын — «О чём думают мужчины?», А. П. Чехов хикәйәләре буйынса;
- Бесәй — «Кошкин дом»;
- Ат — «Очень простая история»;
- Вивиан Буасьер — «Будьте здоровы»;
- Леди Макбет — «Макбет», Н. С. Лесков;
- Наина — «Руслан и Людмила»;
- Лиза — «Ганди молчал по субботам»;
- Фелисата Герасимовна Кукушкина — «Доходное место»;
- Айгөл — «Страна Айгуль»;
- Шурка-вещая каурка — «Жизель Ботаническая»;
- Аманда — «Интимная комедия»;
- Марфа Игнатьевна Кабанова, Кабаниха, бай сауҙагәр ҡатыны, тол — «Гроза»;
- Катерина Львовна Измайлова — «Леди Макбет Мценского уезда»;
- Маргарита — «Жизнь прекрасна»[1][3][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (рус.)баш. (2026)[4][5][6];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005)[1][7];
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2008)[1][3];
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014)[1][8];
- «Актёр йыры» бәйгеһе лауреаты (1998)[1][2];
- «Драма артистары йырлай» фестивале дипломанты (1999, Түбәнге Новгород)[1];
- «Театр яҙы» республика фестивале лауреаты (2003, Өфө) — «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы еңеүсеһе[3][2];
- Рәсәй Федерацияһы бәләкәй ҡалалар театрҙары фестиваленең жюри призы (2006, Вышний Волочёк)[3][2];
- «Фабрика Станиславского» фестивале дипломанты (2022)[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Гиниятуллина Светлана Гайнулловна. Отдел культуры администрации Караидельского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Гиниятуллина Светлана Гайнулловна. Стерлитамакский государственный русский драматический театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации О поощрении. kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Поздравляем Народную артистку Республики Башкортостан Светлану Гиниятуллину! Стерлитамакский государственный русский драматический театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Актрисе Русдрамтеатра Стерлитамака вручили государственную награду. Стерлитамак онлайн (10 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Указ от 06.04.2005 г № УП-117 О присвоении почетного звания «Заслуженный артист Республики Башкортостан» работникам театрального искусства. bashkor-gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ Гиниятуллиной Светлане присвоено почётное звание «Народный артист РБ». Стерлеград (25 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ Светлана Гиниятуллина. Королева сцены. srgazeta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Һылтанмалар
- Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Стәрлетамаҡ рус драма театры сайтындағы профиле
- Ҡариҙел районы мәҙәниәт бүлеге сайтындағы профиле
- Светлана Гиниятуллина
- Светлана Гиниятуллина. Королева сцены