Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 7 апрель 1968 |
Вафат булған көнө | 31 июль 2020 (52 йәш) |
Һөнәр төрө | тәржемәсе |
Тыуған урыны |
Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7 апрель 1968 йыл — 31 июль 2020 йыл) — ғалим-тел белгесе, тəржемəсе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2008 йылдан Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов 1968 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. Уның атаһы билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов (мәктәп музейы уның исемен йөрөтә), әсәһе Разия Мәүлетова уҡытыу дәүерендә Баймаҡ районының иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була[2].
1994 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1996 йылда Төркиәлә Анҡара университетын тамамлаған. 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшлəй. 2008 йылдан башлап Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире.
Ғалим 2020 йылдың 31 июлендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3][4].
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәйнислам Ибраһимов етәкләгән Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы, ғилми һәм уҡыу эшмәкәрлегенең киңәйеүе менән бәйле, аҙаҡ Көнсығыш илдәрен өйрәнеү фәне (шәрҡиәт) кафедраһы итеп үҙгәртелә.
Төрөк теле йәмғиәте 1997 йылда «Төрки халыҡтарҙың эпостары» проекты буйынса төрки халыҡтарҙың эпостарын төрөк теленә тәржемә итеп сығара башлай. Ниәт буйынса унда 100 том сығарыу күҙаллана. Профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы менән филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов башҡорт халыҡ эпостарын барлап, проект өсөн "иң-иң"дәрен һайлап алыу эшенә тотона. Ниһайәт, «Башҡорт эпостары» дүрт томда (барлығы 80 эпос) донъя күрә һәм барлыҡ төрки донъяға тарала. Проект етәкселәре әйтеүенсә, ошо 100 том араһында һан һәм күләм буйынса башҡорт эпостары тәүге урынды биләй. Ә йөкмәткеһе, боронғолоғо тураһында айырым билдәләп, башҡорттарҙың бай тарихлы, бик боронғо халыҡ икәненә инаналар. Был үҙе үк беҙҙең халҡыбыҙ ижадында, әҙәбиәтебеҙ нигеҙендә ниндәй аҫыл мираҫ ятҡанын күрһәтә.
Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы «Урал батыр» (1996), «Аҡбуҙат», «Ҡуҙыйкүрпəс менəн Маянһылыу» («Башҡорт халыҡ дастандары», 2000), Салауат Юлаев (2004), Аҡмулла (2007) һәм башҡаларҙың шиғырҙарын; башҡорт фольклоры һəм башҡорт əҙəбиəте əҫəрҙəрен («Төрки əҙəбиəте антологияһы. Башҡорт əҙəбиəте», 29—30 т., 2004—2005, бөтəһе лə — Анҡара) төрөк теленə тəржемə иткəн. Фəнни эшмəкəрлеге төрки телдəрҙең сағыштырма грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. 150‑нəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы.
Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003) — «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе төрөк теленә тәржемә иткәне өсөн
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт телендə исем ҡылымдар. Өфө, 2002; Baskurt Turkҫesi Grameri. Ankara, 1996.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Йәшлек — 1923.
- ↑ Мин тормошҡа ғашиҡ 2018 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Бөгөн башҡорт халҡы оло юғалтыу кисерҙе. «Йәшлек» гәзитенең рәсми сайты, 31.07.2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2020)
- ↑ В Уфе ушел из жизни известный языковед-тюрколог Гайнислам Ибрагимов. ИА «Башинформ», 3 августа 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 август 2020)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2022)
- «Башҡорт эпостары төрки донъяны яулай»
- Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһын(недоступная ссылка)