Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы
Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (рус. Сулейманов, Джалиль Ахметович; 1968 йылдың 16 марты, Нәби ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — рәссам. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең (2023) һәм Башҡортостан Республикаһының (2011) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2025)[1].
Биографияһы
Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов 1968 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы (1991), профессор Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.
1987—1989 йылдарҙа СССР КГБ-һының сик буйы ғәскәрҙәрендә Иран сигендә хәрби хеҙмәт үтә[2]. Әрме сафынан ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының рабфагына уҡырға инә[3].
1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай (педагогтары М. А. Назаров, Н. Л. Пеганов, Э. М. Сәйетов). 1996—1999 йылдарҙа ӨДСИ эргәһендәге Рәсәй сәнғәт академияһында аспирантурала уҡый. Ижади оҫтаханала стажировканы Рәсәй сәнғәт академияһы академигы Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә үтә.
Хеҙмәт юлын 1995 йылда Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡытыусы булып башлай. Шул уҡ йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. 2002 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында һынлы сәнғәт, һүрәт, композициянан уҡыта. 2009—2013 йылдарҙа ошо уҡ уҡыу йортоноң художество бүлеге мөдире була. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар берлеге рәйесе урынбаҫары. 2016 йылдан балалар һәм ололар өсөн «Акварелька» художество студияһы етәксеһе[3].
2023 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[4].
2025 йылдың 9 октябрендә Әмир Мәжитов менән берлектә «Ер хәтеер. Урал көсө» серияһы өсөн Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була[5].
Ижади эшмәкәрлеге
Ижады башҡорт халҡының тарихи тамырҙарын һәм рухи нигеҙҙәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.
Авторҙың фәлсәфәүи ҡарашы жанрлы эпик эштәрендә асыҡ сағыла («Кешеләр һәм тауҙар» 1997; «Тотем», 1999; «Таррикат», 2000 сериялары).
Уларҙа ул символдар һәм дөйөмләштереүҙәр телен ҡуллана.
Пейзаждары («Көҙгө урман». 1997), башҡорт риүәйәттәре һәм мифтары темаһына картиналары («Ҡурай тураһында легенда», 1998; «Үгеҙ менән көрәш». 2005) рәссамдың боронғо донъяны тойоуын күрһәтә.
«Оҫтаханала» эштәре циклы рәссамдың яҙмышы тураһында уйланыуҙарын һәм ижади эҙләнеүҙәрен сағылдыра.
1991 йылдан республика, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Өфөлә 1991, 1997, 2006 йылдарҙа шәхси күргәҙмәләре менән сығыш яһай.
1997 йылда «Сикһеҙ юл» күргәҙмә проекты өсөн Әмир Мәжитов менән икеһе Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты була.
«Сәнғәттә тарих» («История в искусстве»; 1999), Салауат Юлаевҡа һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә республика конкурстарында (2004) ҡатнаша. Икеһе конкурс та Өфөлә үтә.
1999 йылда Өфөлә үткән «Сәнғәттә тарих» республика күргәҙмә конкурсында «Һынлы сәнғәт» номинацияһы дипломанты була. Беренсе дәрәжә Дипломға лайыҡ була һәм беренсе премия менән бүләкләнә.
2015 йылда Өфөлә «Атайсал — ата-бабаларыбыҙ төйәге» исеме аҫтында Әмир Мәжитов менән берлектә күргәҙмә ойоштора.
Рәссамдың ошо уҡ исемдәге шәхси күргәҙмәһе 2020 йылдың мартынан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында үтә[6].
Эштәре БДХМ, «Урал», Магнитогорск, Яр Саллы ҡала галереялары (Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә (АҠШ, Австралия, Бөйөк Британия, Франция, Сербия) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана[3].
Эштәре
- «Кешеләр һәм тауҙар», 1997;
- «Тотем», 1999;
- «Таррикат»;
- 2000 сериялары;
- «Көҙгө урман», 1997;
- «Ҡурай тураһында легенда», 1998;
- «Үгеҙ менән көрәш», 2005;
- «Айыу менән үгеҙ»;
- «Вестна. Дождь»;
- «Буш сәңгелдәк», 1996;
- «Сыңғыҙхан»;
- «Рәссәм»;
- «Сәсән»;
- «Синий»;
- «Потомок»;
- «Фәрештә»;
- «Ҡыҙ менән Ай»;
- Серия «Ай. Ҡатын», 2007—2009;
- «Ҡарағас»;
- «Ҡыҙ» (2010) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2025);
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2023);
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011);
• Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1997);
• «Сәнғәттә тарих» республика күргәҙмә конкурсында (1999, Өфө) «Һынлы сәнғәт» номинацияһы дипломанты (I премия һәм I дәрәжә Диплом);
• РФ мәҙәниәт министрының рәхмәт хаты (2014).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии стали известны лауреаты премии имени Салавата Юлаева за 2025 год (9 октябрь 2025). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ "Вести" пообщались с художником, который при создании картин вдохновляется башкирскими лошадьми. gtrkrb.ru (18 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
- ↑ 1 2 3 Надежда Смирнова. Художник Джалиль Сулейманов – Портал «Любимые художники Башкирии» (1 сентябрь 2019). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Лейла Аралбаева. Владимир Путин подписал указ о награждении госнаградами РФ целого ряда жителей Башкирии (19 сентябрь 2023). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии стали известны лауреаты премии имени Салавата Юлаева за 2025 год (9 октябрь 2025). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе открылась персональная выставка Джалиля Сулейманова «Атайсал. Земля предков» (рус.). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- В. М. Сорокина. Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Сулейманов Джалиль Ахметович (Уфа)
- Творчество художника Джалиля Сулейманова
- Сулейманов Джалиль Ахметович 2014 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
- Сулейманов Джалиль Ахметович
- Сулейманов Джалиль Ахметович