Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы

Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (рус. Ахмат Фаткуллович Лутфуллин; 1928 йылдың 4 феврале, Асҡар ауылы, Башҡорт АССР-ы2007 йылдың 10 июле, Өфө) — совет рәссамы, СССР-ҙың Халыҡ рәссамы (1989), Рәсәй художество академияһының академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Портрет һәм жанр композициялары оҫтаһы, башҡорт неореализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Биографияһы

Ә. Ф. Лотфуллин 1928 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Әбйәлил ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылы) тыуған[1]. Бала сағы һәм йәшлеге Асҡар һәм Абҙаҡ ауылдарында үтә. Һуғыш йылдарында, Магнитогорскиға йәйәүләп барып һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Токарь һөнәрен үҙләштерә һәм Металлургтар мәҙәниәт һарайының изостудияһында шөғөлләнә.

1948 йылда Ленинград архитектура‑художество училищеһын (педагогтары Т.Говорова, Н.Кашинцев), Башҡортостан театр‑художество училищеһын (педагогтары Б. Ф. Лалетин, А. Э. Тюлькин) тамамлаған.

1951—1954 йылдарҙа Вильнюста Литва художество институтында уҡыған[2]. 1993—2003 йылдарҙа Өфө Дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта.

XX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостан һынлы сәнғәтенең күренекле вәкилдәренең береһе була. Ә. Ф. Лотфуллин ижадына жанрҙар һәм темалар төрлөлөгөнөң органик берлеге хас. Уның әҫәрҙәре композицион ҡарарҙарҙың байлығы, һүрәтләү сараларының күп төрлө булыуы менән айырылып тора. Рәссам ижадында реалистик сәнғәт традициялары заманса художестволы эҙләнеүҙәр һәм халыҡ сәнғәте элементтары менән тәбиғи үрелеп бара[3].

1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, РСФСР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы, СССР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы (1988—1991)[4][5].

2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була[6][7]. Васыяты буйынса Башҡортостандың Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнә.

Хәтер

  • Абҙаҡ ауылындағы мәктәпкә рәссамдың исеме бирелгән (2008)[8]
  • 2011 йылдың 12 авгусында Абҙаҡ ауылында мемориаль таҡтаташ асыла[8].
  • Өфөлә рәссам йәшәгән Аксаков урамындағы 7-се йортҡа барельефлы (рус.)баш. мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
  • 2010 йылда Өфөлә бер урамға Әхмәт Лотфуллин исеме бирелде.
  • Өфөлә рәссамға һәйкәл ҡуйыу тураһында төрлө ваҡытта фекерҙәр булды, әммә проект әлегә тормошҡа ашырылмаған[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966);
  • СССР сәнғәт академияһының Почёт грамотаһы (1971);
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы (1977);
  • РСФСР Министрҙар Советының Почёт грамоталары (1967, 1970, 1977);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1978);
  • РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1982);
  • СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1989);
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1982);
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (1992).

Ижады

1957 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Өфө, Ҡазан, Магнитогорск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сибай һәм башҡа ҡалаларҙа 20-нән ашыу шәхси күргәҙмәләр үткәрә. Эштәре Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәүҙә Третьяков галереяһында, Санкт-Петербургта Рус музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙар, галереялар һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана[3].

Билдәле эштәре: «Әсә» (1957), «Башҡорт ҡатыны» (1958), «Мөхтәр исемле малай» (1962), «Колхозсы Ишбикә апай» (1968), «Һабантуйға» (1964), «Өс ҡатын» (1969), «Ауылда Беренсе май. 1930‑сы йылдар» (1969), «Һабантуй» (1977) һ.б. «Өмөт. 1941 йыл» (1970), «Хушлашыу» (1973), «Фронтҡа оҙатыу» (1979) һәм башҡалар[3].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Ахмат Лутфуллин — Биография. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026. Архивировано 9 июнь 2020 года.
  2. Уральская историческая энциклопедия / Гл. ред. В. В. Алексеев. — 2-е, перераб. и доп.. — Екатеринбург: Академкнига, 2000. — 640 с.
  3. 1 2 3 Попова Л. Н. Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  4. Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2018. — С. 21. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.
  5. Бельские просторы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026. Архивировано 20 февраль 2020 года.
  6. Лутфуллин Ахмат Фаткуллович. Большая российская энциклопедия - электронная версия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  7. Лутфуллин Ахмат Фаткуллович. Академия наук Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  8. 1 2 В Башкортостане установили мемориальную доску Ахмату Лутфуллину. Башинформ (15 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.
  9. В Уфе появится памятник народному художнику СССР Ахмату Лутфуллину. Башинформ (5 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2026.

Әҙәбиәт

  • Попова Л. Н. Ахмат Лутфуллин. — Л.: Художник РСФСР, 1978.
  • Янбухтина А. Г. Ахмат Лутфуллин. — М.: Советский художник, 1978.
  • Ахмат Лутфуллин: Каталог / авт. вступ. ст. Л. Н. Попова. — М., 1990.
  • Махмутов Н. М. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2018.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә