Нәзиуллин Артур Искәндәр улы

Нәзиуллин Артур Искәндәр улы (рус. Назиуллин Артур Искандарович; 1988 йылдың 5 июне, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй музыканты, кларнетсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022), Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2022), Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы дәүләт академия симфоник оркестры директоры[1][2].

Биографияһы

Артур Нәзиуллин 1988 йылдың 5 июнендә Өфөлә тыуған. 5 йәштән музыка менән мауыға, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ҡарамағындағы музыкаль лицейҙа, 2002 йылдан Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһында. Н. П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын профессор Р. О. Багдасарян класы буйынса һәм Г. Эйслер исемендәге Берлин юғары музыка мәктәбен профессор Д. Кюн класы буйынса (Diethelm Kuhn) тамамлай. Любекта юғары музыка мәктәбендә профессорҙар Сабина Мейер һәм Райнер Веле класы буйынса стажировка үтә. 2002 йылда «Яңы исемдәр» фонды программаларында солист булараҡ дебют яһай.

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Звёзды XXI века» федераль программаһында ҡатнашыусы.

Конкурстар

Халыҡ-ара конкурстар лауреаты:

  • Яңы исемдәр конкурсы еңеүсеһе (Мәскәү, Ханты-Манси, 2004).
  • Халыҡ-ара кларнетсылар конкурсында беренсе премия (Мәскәү, 2005).
  • Халыҡ-ара кларнетсылар конкурсында беренсе премия (Ванкувер, Канада, 2007)[3].

Концерт эшмәкәрлеге

Рәсәй, Германия, Франция, Польша, Португалия, Канада, Төркиә, Чехия, Нидерланд, АҠШ, Сәғүд Ғәрәбстаны майҙансыҡтарында сығыш яһай. Мәскәү, Гамбург, Татарстан (Александр Сладковский етәкселегендә), Staatskapelle Halle, Victoria Symphony, Lisbon Sinfonietta, Antalya State Symphony Orchestra оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Дирижерҙар Владимир Спиваков, Денис Мацуев, Максим Дунаевский, Юрий Симонов, Марк Горенштейн, Фуат Мансуров, Пинхас Цукерман, Павел нерсесьян, Лиана Исакадзе менән эшләй.

Исем

«Денис Мацуев и друзья», «Владимир Спиваков приглашает», «Звёзды на Байкале», Crescendo, Clarinet Fest һәм башҡа фестивалдәрҙә ҡатнаша.

2015 йылдың 16 ғинуарында П.И. чайковский исемендәге консерваторияның Ҙур залында «Максим Дунаевский и новое поколение звёзд» гала-концертында сығыш яһай.

2024 йылдың июнендә Севастополдә «Музыкальные истории» проектында ҡатнаша[4]. 2025 йылда Луганскиҙа, Белгородта, «Сириус» федераль биләмәһендә сығыш яһай; декабрҙә «Соло с оркестром» номинацияһында «440 Герц» премияһына лайыҡ була[5]. 2023 йылдың 1 декабрендә оркестрға «академия» исеме бирелә[5]. 1 декабря 2023 года оркестру присвоено звание «академический»[1]..

Телерадиотапшырыуҙарҙа, шул иҫәптән Культура телеканалында ҡатнаша.

Хәйриә проекттары

2013 йылда Башҡортостан буйлап хәйриә концерттары үткәрә. 2014 йылда йәштәр өсөн «Созвездие» премияһын булдыра. Республикала В. Н. Спиваков фондының Йәйге ижади мәктәбен ойоштороусы. Башҡортостанда В.Н. Спиваковтың хәйриә фонды директоры[6]..

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Рәсәй федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы» «Башҡортостан Яҡташтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһыЫ идараһы ағзаһы.
  • Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.
  • «Росмолодежь» йәштәр проекттарының федераль эксперты.
  • Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы[7].

Енәйәт эше

2026 йылдың 30 ғинуарында Өфөлә Артур Нәзиуллин Һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Алмаз Сәйетов ҡулға алына. Уларҙы мәҙәни сараларға бюджет аҡсаһын үҙләштереүҙә (РФ ЕнәйәтТ кодексының 160-сы статьяһының 4-се өлөшө) шик аҫтына алалар. Эш «Башҡортостан республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы» автономияла коммерсияға ҡарамаған ойошмаһындағы урлашыуҙар буйынса тикшереүҙән алынған[8][9].

Шәхси тормошо

Өйләнгән. Рәсәйҙә йәшәй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Государственный академический симфонический оркестр Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
  2. Татаренко, Юрий. «Скоро на туркарте». Как симфонический оркестр делают брендом Башкирии. 30 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  3. Арт-директор Фонда культурных программ имени И. Дунаевского — Артур Назиуллин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2015. Архивировано 20 ғинуар 2015 года.
  4. В Севастополе стартует цикл камерных концертов. ClassicalMusicNews.Ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
  5. Госоркестр Башкортостана – трижды лауреат премии «440 Герц». Официальный сайт ГАСО РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
  6. Кларнетист Артур Назиуллин отправляется в благотворительный тур по Башкирии. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. Архивировано 2 сентябрь 2017 года.
  7. Членство Артура Назиуллина в Общественном совете при МВД по РБ. BezFormata. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
  8. В Уфе силовики задержали директоров Башгосфилармонии и Госоркестра. РБК. Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
  9. В Уфе задержаны два высокопоставленных деятеля культуры. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә