Сәйетов Алмаз Рәсих улы
Алмаз Рәсих улы Сәйетов (рус. Саетов Алмаз Расихович; 1966 йылдың 25 июле, Турасы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй мәҙәниәт эшмәкәре, мәҙәниәт өлкәһендә идарасы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
Алмаз Рәсих Улы Сәйетов 1966 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ы Илеш районы Турасы ауылында тыуған.
1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын «актёр сәнғәте» һөнәре буйынса тамамлай. Һуңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «менеджмент, стратегик менеджмент» һөнәре буйынса профессиональ ҡайтанан әҙерлек үтә.
Музыка һәм театр һөйөүселәр ғаиләһендә тыуған; ата-әсәһе ауылда халыҡ театры эшмәкәрлегендә ҡатнаша, был уның профессиональ һайлауына йоғонто яһай.
- Профессиональ эшмәкәрлеге
1990 йылдар башынан Сәйетов Башҡортостан Республикаһының эре мәҙәниәт учреждениеларында етәксе вазифаларын биләй.
- 1994—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдан 2010 йылға тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын етәкләй.
- 1998—2002 йылдаҙа Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры директоры;
- 2002 йылдан 2010 йылға тиклем ҡурсаҡ театры директоры;
- 2015—2019 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры;
- 2019—2022 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле диреторы вазифаһында эшләй.
2022 йылда Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1][2].
2023 йылдың 28 сентябренән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вазифаһын биләй[3].
Маҡтаулы исемдәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[3].
Енәйәт эҙәрлекләүе
Артур Нәзиуллин Һәм Алмаз Сәйетов аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивален (рус.)баш. һәм «Китап Байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеүҙәр конкурс процедураларын үткәрмәйенсә һәм ҡиммәт хаҡҡа төҙөлгән.
Башҡортостан Республикаһының Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республика бюджетына күҙалланған зыян 15 миллион һумдан ашып китә.
Ведомствола шулай уҡ тикшереү һәм ҡулға алыу буйынса саралар тәфтиш органдары, Федераль именлек хеҙмәте һәм Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелеүен асыҡланылар. Быға тиклем төбәктең мәҙәниәт өлкәһендә резонанслы енәйәт эштәре теркәлгән, шул иҫәптән эшҡыуар Гөлнара Юринаға, шулай уҡ «Башҡортостан» концерт залының элекке етәксеһе Вилдан Яруллинға ҡарата[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Замом главы Минкульта Башкирии стал экс-директор театров. Правда ПФО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Замминистра культуры Башкирии назначили Алмаза Саетова. KP.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Директором Башкирской государственной филармонии имени Хусаина Ахметова назначен Алмаз Расихович Саетов! Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Директор Башкирской филармонии Алмаз Саетов отправлен под домашний арест — в чем его обвиняют. УФА1.ру (30 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.