Башҡортостан (концерт залы)

Башҡортостан (элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы) — Өфө ҡалаһы Киров районының Ленин урамындағы дәүләт концерт залы[1], Башҡортостандың иң ҙур ҡоролмаларының береһе — бинаның майҙаны 15000 м2 тәшкил итә[2]. Ҡаршыһында, концерт залы берҙәм ансамбль тәшкил иткән, Башҡорт АССР-Ы КГБ бинаһы урынлашҡан[3][2].

Тасуирламаһы

Бинала 855 урынлыҡ ҙур залы һәм 213 урынлыҡ бәләкәй зал, 88 урынлыҡ камера залы, конференциялар залы, хореография һәм хор кластары, репетиция залы, тауыш яҙҙырыу студияһы бар[1].

Концерт залының стеналары, иҙәндәре һәм баҫҡыстары (майҙаны яҡынса 12000 м2) Силәбе өлкәһенән, Карелиянан, Әрмәнстандан һәм Үзбәкстандан килтерелгән гранит, мәрмәр һәм базальт менән түшәлгән. 2000 м2[2] майҙанға художестволы паркет түшәлгән. «Тыуған яҡтар» керамик композицияһын рәссам Т. П. Нечаева эшләгән[2].

Бинаның архитектураһы тышҡы яҡтан 1970 йылда төҙөлгән архитектор Н. И. Рипинскийҙың Алма-Аталағы Ленин исемендәге мәҙәниәт Һарайына оҡшаш[4].

Тарихы

«Башнефтепроект» институтында архитекторҙар М. П. Мазин, О. В. Новиков, В. С. Фирсов, Ф. Ф. Агабеков һәм П. П. Петров проекттары буйынса 1974 йылдың августынан 1981 йылдың декабренә тиклем төҙөлә[2][5][6][4]. 1981 йылдың 28 декабрендә файҙаланыуға тапшырыла[5]. Бинала 1180 урынлыҡ ҙур тамаша залы, сәхнә һәм техник бүлмәләре, 300 урынлыҡ эстрадаһы булған бәләкәй зал бар[2]. 1981 йылдың 30 декабрендә «Башнефть» Производство берекмәһенең Техника йорто булараҡ асыла[6][1].

1995 йылдың авгусынан 2002 йылдың ноябренә тиклем — «Нефтяник» Мәҙәниәт һарайы, "АНК «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 2003 йылдың ғинуарынан — «Соцсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт филиалы була[7]. 2007 йылдан Өфө ҡалаһы ҡала округының милкенә тапшырыла (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 13 сентябрендәге 1014-р ҡарары)[8]. 2008 йылдан — Өфө ҡалаһының «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы[1]. 2010 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының «Нефтяник» мәҙәниәт һарайы бүлексәһе статусын ала[9][10].

2013—2014 йылдарҙа 2015 йылда үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә бина реконструкциялана[1][11][12] һәм 2014 йылдың 5 декабрендә яңынан асыла[5]. Реконструкция барышында вестибюлдәге ярым ҡиммәтле таштар — оникс, лазурит, йәшмә, йылан ташы һәм мәрмәр менән биҙәлгән «Нефтселәргә дан» панноһы, шулай уҡ Өфө рәссамдары М. Н. Гульченко һәм И. И. Фартуков эшләгән себер ҡарағайынан яһалған «Сәнғәт» панноһы һәм керамиканан башҡарылған вестибюль һәм буфет композициялары алына.

2014 йылда «Башҡортостан» дәүләт концерт залы тип үҙгәртелә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 “НЕФТСЕ”, мәҙәниәт һарайы (Өфө ҡ.) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 3 4 5 6 «Нефтяник», дворец культуры — Уфа от А до Я. Посреди России:люди, традиции, взгляды, идеалы и символы.
  3. Дом чекиста на Крупской. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  4. 1 2 Открытие фотовыставки «Город солнца. Архитектура коммунизма» в Уфе | Суть времени. eot.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 1 февраль 2021 года.
  5. 1 2 3 ГКЗ «Башкортостан» тарихи йөҙөн һаҡлап, заманса йыһазланыуға өлгәште. 24 сентябрь 2022 тикшерелгән.
  6. 1 2 Дворец культуры "Нефтяник": двойник или новинка? Bash.News (30 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  7. Мәҙәниәт һарайҙары. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  8. Фонд № 86. Дворец культуры «Нефтяник» филиал общества с ограниченной ответственностью «Соцсервис». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  9. Дворцу культуры «Нефтяник» – 30 лет. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  10. Судьба уфимского ДК «Нефтяник» остается открытой. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  11. Искусство требует жертв: в столице Башкирии ради музыки разрушат ДК «Нефтяник». u7a.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.
  12. Культура оставила ДК «Нефтяник». ufa1.ru - новости Уфы (23 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2022. Архивировано 24 сентябрь 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә