«Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы
Мәҙәниәт һарайы | ||
«Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы | ||
---|---|---|
![]() | ||
54°48′21″ с. ш. 56°06′57″ в. д.HGЯO | ||
Ил |
![]() |
|
Ҡала | Өфө | |
Бина тибы | мәҙәниәт һарайы | |
Архитектура стиле | совет модернизмы | |
Архитектор | Тарасов Аким Васильевич | |
Строительство | 1952—1969 йылдар | |
Сайт | dkmotor.ru | |
|
||
![]() |
«Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы (рус. Дворец культуры «Моторостроитель») — Өфө ҡалаһындағы мәҙәниәт һарайы.
Черниковка биҫтәһендәге Машина эшләүселәр майҙанында, Беренсе май паркы янында урынлашҡан[1][2][3]. Элек Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенеке булһа, хәҙер Өфө ҡалаһы Калинин районының мәҙәни үҙәге[4][5]. Халыҡ телендә «Машинка» тип йөрөтөлә.
С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайынан һуң — Черниковканың икенсе ҙур мәҙәниәт һарайы. 1969 йылға тиклем Өфө моторҙар заводының мәҙәни үҙәге — М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт йорто була. Элек мәҙәниәт һарайы янындағы Машиналар эшләүселәр майҙанында малай һәм аҡҡош скульптураһы менән «Осоу» фонтаны булған[6].
Тасуирламаһы
850 урынлыҡ тамаша театр залы, 654 урынлыҡ кинозал, 60 урынлыҡ лекция залы һәм 400 квадрат метрлыҡ майҙанлы спорт залы; түңәрәктәр өсөн бүлмәләр һәм грим бүлмәләре, ял итеү өсөн салон бар[1][3]. Майҙаны 10.608,8 квадрат метр.
14 үҙешмәкәр сәнғәт ижади коллективы һәм ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса һигеҙ клуб эшләй: «Байрам»[7], «Энже»[8], «Сувенир», «Умырзая» ансамблдәре, шулай уҡ элек «Забава» ансамбле булған (хәҙер «Мираҫ» ансамбле ҡарамағында)[9]; «Раздолье» хоры, «Сулпан» вокал студияһы, «Виртуоз» балет студияһы. Йыл һайын кактус үҫтереүселәр клубының кактустар[10] һәм фиалкалар күргәҙмәләре үткәрелә.
Архитектураһы
А. В. Тарасов проекты буйынса совет модернизмы стилендә төҙөлгән. Беренсе Май урамы тамамланған Машина эшләүселәр майҙанында мәҙәниәт һарайы бинаһы үҙенең мөһабәтлелеге менән өҫтөнлөк итә.
Мәҙәниәт һарайының төп ишектәре өҫтөндә Мансур Яҡупов һәм Борис Фузеевтың тимергә сүкеп эшләнгән (1967–1969) «Ҡояшҡа» панноһы[11][12][13].
Бинаның ҡабырға фасадында һәм интерьерҙарында Л. В. Кузнецов, Л. Я. Круль, С. А. Литвинов, Р. С. Нафиҡов, В. П. Пустарнаковтың мозаика һәм фрескалары, Т. М. Нечаеваның керамик панноһы (барыһы ла 1969 йыл) [12][13][14][15], шулай уҡ Р. Мораткиндың «Радиопульс» граффитиһы (2022 йыл) ҡуйылған[16].
Тарихы
Өфө моторҙар эшләү заводының мәҙәниәт һарайына ул саҡтағы Черниковск ҡалаһының Беренсе Май урамы тамамланған майҙанда 1952 йылда нигеҙ һалына[2].
Тәүге проект буйынса буласаҡ бина Орджоникидзе майҙанындағы Өфө нефть эшкәртеү заводының С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы кеүек үк булырға тейеш була (уның проекты 1950 йылда раҫлана, һарай 1952–1955 йылдарҙа төҙөлә). Шулай итеп, Беренсе Май урамы бер үк типтағы мәҙәниәт һарайҙары менән башланырға һәм тамамланырға тейеш була. Әммә төҙөлөш туҡтап ҡала.
Кәңәшмәләрҙең береһендә Өфө моторҙар эшләү заводы директоры М. А. Ферин, СССР Юғары Советы депутаты булараҡ, мәҙәниәт һарайы төҙөлөшөн дауам итергә вәғәҙә бирә. Яңы проекттың авторы итеп ул ваҡытта үҙенсәлеклелеге һәм ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итеүе менән айырылып торған архитектор А. В. Тарасов тәғәйенләнә.
Мәҙәниәт һарайын Өфө моторҙар эшләү заводы аҡсаһына 1965—1969 йылдарҙа Өфөнөң 3-сө төҙөлөш тресы һала. Төҙөлөштә завод хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә әүҙем ҡатнаша (шул иҫәптән өмәләрҙә), улар бөтә эштәрҙең яртыһын тиерлек башҡара. 1969 йылда мәҙәниәт усағы тантаналы асыла. Шағир И. Дядиченко был ваҡиғаға арнап шиғыр яҙа[1][2][3].
2012 йылда мәҙәниәт һарайы техник яҡтан тулыһынса яңынан йыһазландырыла[17].
2020 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе мәҙәниәт һарайын Өфө ҡалаһы хакимиәтенә бирә[17]. Уның бөгөнгө рәсми атамаһы «Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы муниципаль бюджет учреждениеһы»[18].
Етәкселәре
• 1968—1972 йылдар: В. Ананьев[3]
• 1972—2002 йылдар: Лев Ефимович Пайкин[3][19]
• 2002 — ? - Ольга Калева[3]
• ? — Владимир Лысенко[20]
• ? — бөгөнгәсә: Артур Йәүҙәт улы Бакиров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[18].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 «Моторостроитель», Дворец культуры // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 Ирина Шипунова. Лилия Зимина. Рустем Губайдуллин. Зиля Бадриева. Юлия Пахомова. Светлана Янова. Иван Бегма. Уфа не сразу строилась // Уфа : журнал. — 2016. — Май (№ 5 (174)).
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Любовь Колоколова. Дворцу культуры «Моторостроитель» — 35 лет // Башинформ. — 2004. — 14 ғинуар.
- ↑ С. Г. Синенко. Дворцы культуры // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- ↑ С. Г. Синенко. Первомайская улица (Сталина) // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- ↑ Арина Астафьева. Чистый пруд, «корабельная палуба» и Аллея молодожёнов // Вечерняя Уфа. — 2019. — 17 сентябрь (№ 67 (13351)).
- ↑ О. Г. Вильданова. «Майдан», ансамбль // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ «Энже», ансамбль // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Г. А. Ишкинина. «Забава», ансамбль // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ С. Д. Фазылова. Клубы по интересам // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Башкирская энциклопедия|автор= С. В. Игнатенко, А. Г. Янбухтина|2=Декоративно-прикладное искусство|84651
- ↑ 1 2 Башкортостан (краткая энциклопедия)=В. М. Сорокина. Монументальное искусство
- ↑ 1 2 Башкортостан (краткая энциклопедия)=В. М. Сорокина
- ↑ Круль Сергей Леонидович. Круль Леонид Янович // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Елена ЖИЛИНСКАЯ. Эрмитаж на улицах Уфы: мозаичные шедевры украшают здания в городе. Что мы о них знаем? Prufy.ru | Новости (4 май 2022). Дата обращения: 13 март 2023.
- ↑ Сергей Чудаков. В Уфе на здании ДК «Машиностроитель» появилось гигантское граффити // Молодёжная газета : газета. — 2022. — 23 май.
- ↑ 1 2 ДК «Моторостроитель» перешел в собственность мэрии Уфы . www.kommersant.ru (30 ноябрь 2020). Дата обращения: 13 март 2023.
- ↑ 1 2 МБУ ДВОРЕЦ КУЛЬТУРЫ «Моторостроитель», Уфа. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2025)
- ↑ Пайкин Лев Ефимович .
- ↑ Радости и сомнения творческого коллектива Дворца культуры ОАО «УМПО» // Башинформ. — 2008. — 29 май.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «МОТОР ЭШЛӘҮСЕ» мәҙәниәт һарайы. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019 (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2025)
- МБУ ДВОРЕЦ КУЛЬТУРЫ «Моторостроитель», Уфа. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2025)