Тинькофф Холл (Өфө)
Тарихы
Концер-күңел асыу комплексы 2005 йылда «Өфө уттары» исеме менән асыла һәм тәүҙә ресторан һәм концерт сервисы элементтары булған күләмле төнгө клуб булараҡ эшләй. Учреждение үҙенең ҡеүәте, техник йыһазландырыуы, уңайлы урынлашыуы менән тиҙ арала популярлыҡ яулай.
2019 йылдың 12 декабрендә Тинкофф банкы (рус.)баш. менән килешелгәнсә, комплекс «Тинькофф Холл» тип үҙгәртелә. Килешеү өс йылға төҙөлә. Партнерлыҡ сиктәрендә банк клиенттары мобиль ҡушымта аша билет һатып алғанда ташламалар һәм кэшбэк менән тәьмин ителә[1][2].
Архитектураһы һәм инфраструктураһы
Комплекста бер нисә майҙансыҡ бар:
- Мегахолл «Колизей»: Заманса акустика һәм профессиональ ҡорамалдар менән концерттар һәм шоуҙар үткәреү өсөн 1500 тамашасыға иҫәпләнгән иң яҡшы урын.
- «Браухаус» рестораны: Үҙ һыра цехы, өс төр һыра, аш-һыу, Европа пабтары стилендәге интерьер, тере музыка сығыштары, 200 ҡунаҡҡа иҫәпләнгән.
- «Дом печати»: төрлө форматтағы саралар үткәреү өсөн күп функциялы үҙгәртеп ҡорола торған зал, заманса ҡорамалдар, 500 кеше һыйҙырышлы сәхнә һәм ял итеү урыны.
- «Веранда» банкет залы: 80 кеше һыйҙырышлы байрамдар, туйҙар һәм корпоратив саралар өсөн, ҡорамалдар менән йыһазландырылған уңыйлы зал, тере музыка һәм декор ҡулланыу мөмкин.
- «Монро» һәм «Мафия залы»: мәжлестәр, тыуған көндәр һәм корпоратив саралар өсөн заманса стилдә караоке залдары, йомшаҡ мебель һәм профессиональ ҡорамалдар ҡуйылған.
Бинаның дөйөм майҙаны яҡынса 2500 м2 тәшкил итә. 8 метрға тиклем бейеклектәге түшәмдәр профессиональ яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдарын урынлаштырыу мөмкинлеген бирә. Бөтә залдар ҙа сисенеү бүлмәләре, яҡтыусы диодлы экрандар менән йыһазландырылған.
Комплекс биләмәһендә «Кассир.ру» (рус.)баш. сервисының кассаһы эшләй. Килеүселәр өсөн парковка ойошторолған. Объектҡа транспорт менән килеү мөмкинлеге уңыйлы, мөмкинлектәре сикләнгәндәр граждандар өсөн яраҡлаштырылған[1].
Концерт эшмәкәрлеге
Комплекс асылғандан алып Рәсәй һәм халыҡ-ара йондоҙҙарҙың концерттары даими үтә. Бында: Thomas Anders, Tokio Hotel, [Nazareth, U.D.O., Григорий Лепс, Каста, «Звери» төркөмө, Борис Гребенщиков һәм «Аквариум» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһай.
«Тинькофф Холл» Өфөнөң мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай, ҡаланың төп концерт киңлектәренең береһе булып тора. Уның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше шәхси эшҡыуарлыҡтың Рәсәй төбәктәренең мәҙәни инфраструктураһына интеграцияланыу процесын да күрһәтә[1][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Концертный зал «Тинькофф Холл». Культура.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2025.
- ↑ Тинькофф Холл появился в Уфе. Т‑Банк (12 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2025.
- ↑ Развлекательный комплекс «Тинькофф Холл». Terra Bashkiria. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0717.
Һылтанмалар
- Тинькофф Холл. Тинькофф Холл официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2025.