Ҡала мәҙәниәт һарайы (Өфө)

Ҡала мәҙәниәт һарайы (рус. Городской дворец культуры; элегерәк халыҡта «Шадым» тип йөрөтөлгән[1]) — Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Октябрь проспектындағы мәҙәниәт һарайы[2]. Эргәһендә «Имәндәр» скверы һәм «Бейеүсе торналар» фонтаны урынлашҡан[3].

Тасуирламаһы

Бина мозаика менән биҙәлгән: Октябрь революцияһы темаһына мозаика панноһы һәм төп ишек фасадында — күләмле мозаика панноһы ҡуйылған[4][5].

Мәҙәниәт һарайының 1100 урынлыҡ тамаша залы, хор класы, хореография һәм спорт залдары, ҡышҡы баҡсаһы һәм кафеһы бар[2].

Элек бина алдында ике мозаика фонтаны булған, хәҙер уның ҙур кәсәһе урынында машиналар ҡуйыу урыны йыһазландырылған, ә бәләкәй кәсәһенән сәскә түтәле яһалған[6][7][5].

Тарихы

Юридик шәхес итеп РСФСР Юстиция министрлығында 1981 йылдың 25 сентябрендә теркәлә. 1982 йылдың 27 апрелендә ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Өфө синтетик спирт заводының мәҙәниәт һарайы булып асыла[8]. Өфөнөң «Эре панелле йорттар төҙөү» тресы тарафынан һалынған.

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәтенең 1994 йылдың 13 июлендәге 1483-сө ҡарары менән статусы «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте профсоюз комитетының мәҙәниәт һарайы итеп үҙгәртелә. 1999 йылдан «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Синтез» мәҙәниәт һарайы. 1999 йылдың 30 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президентының УП-833-сө Указы менән Өфө ҡалаһының муниципаль милкенә тапшырыла[8]. 2000 йылдан — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының 2000 йылдың 14 февралендәге 459-сы ҡарары нигеҙендә хәҙерге исемен һәм статусын ала[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Деньги есть - Уфа гуляем... ufaved.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.
  2. 1 2 3 Городской дворец культуры (г. Уфа) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. С. Г. Синенко. Октября проспект // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  4. Где в Уфе сохранилась советская мозаика? i-gazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.
  5. 1 2 Уфимские мозаики - «Уфимская мозаика»: краеведческий портал библиотек Уфы. mozaika.ufa-lib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.
  6. Фонтан и мозаика у ГДК. ТРИ шурупа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.
  7. Уфа былых лет: как видели город фотографы десятилетия назад. ufa1.ru - новости Уфы (29 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.
  8. 1 2 27 апреля » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты «Вечерняя Уфа». vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2022. Архивировано 23 сентябрь 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә