27 апрель
27 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 117-се (кәбисә йылында 118-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 248 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Морзе азбукаһы көнө.
Австрия: Икенсе Республика көнө.
Израиль: Йом Ха-Зикарон.
Иран: Хәүефһеҙ транспорт көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Парламентаризм көнө.
Словения: Милли ҡаршылыҡ көнө.
Сьерра-Леоне: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Того: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Финляндия: Ветерандар көнө.
КАР: Азатлыҡ көнө.
Төбәк байрамдары
Саха Республикаһы: Республика көнө.
Ер: Секретарҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Вахта менән эшләүселәр көнө.
- Милли гвардия ғәскәрҙәренең Махсус частары көнө.
- 1906 йыл: Рәсәй империяһы беренсе Дәүләт думаһының тәүге ултырышы үтә.
- 1922 йыл: Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1925 йыл: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Ҡала биләмәләрендә граждандарҙы теркәү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1960 йыл: Михаил Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романы буйынса төшөрөлгән фильмдың тәүге ике серияһы СССР экрандарына сыға.
- 1961 йыл: Тыныслыҡ фондарының халыҡ-ара ассоциацияһы ойошторола.
- 1965 йыл: АҠШ-та бер тапҡыр ҡулланыла торған «Памперс»ҡа патент алына.
- 1982 йыл: Өфөлә синтетик спирт заводының Мәҙәниәт һарайы асыла (хәҙер Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы).
- 2005 йыл: Францияның «Airbus» A380 пассажир самолёты беренсе осош яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы (1930—30.03.1999), агроном-ғалим. 1963—1994 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа агрохимия һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1965), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ташлы ауылынан.
- Толоконников Валентин Михайлович (1930), инженер. 1998 йылдан «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 2005—2008 йылдарҙа — генераль кәңәшсеһе. Авиация һәм һауала осоу фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы ((1972), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған авиадвигателдәр эшләүсеһе (1996), СССР-ҙың почётлы авиаэшләүсеһе (1990). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы һәм СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты. Быҙаулыҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһеның Быҙаулыҡ районы Елшанка Первая ауылынан.
тулы исемлек
- Фәритов Айрат Тәбрис улы (1965), механик-коррозионист-ғалим. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Энергресурстарҙы транспортлау проблемалары институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек начальнигы; 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, бер үк ваҡытта Өфөләге «Акрус—М» ғилми производство фирмаһы хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Леженина Юлия Валерьевна (1975), педагог. Күмертау ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2023).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Копытова Ефросинья Васильевна (1931), педагог. 1951 йылдан Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбенең, 1962—1983 йылдарҙа Нөгөш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан уҡытыусыларының VI һәм VII съездары делегаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), Халыҡ мәғарифы отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Нөгөш ауылынан.
- Хәзиев Фәнғәт Хаммат улы (1936), тупраҡ белгесе-ғалим, агрохимик, агроэколог. 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1969 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылдан — тупраҡ ғилеме лабораторияһы мөдире, 2002 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1984—1992 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Биология фәндәре бүлексәһе директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1995—2002 йылдарҙа экология бүлеге мөдире, 1995—2006 йылдарҙа академик-секретарь. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1983), профессор (1989), Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2001), В. Р. Вильямс исемендәге премия (1983) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
тулы исемлек
- Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы (1951), йырсы, Ҡазан консерваторияһы уҡытыусыһы, 1993-1996 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Туҡай районы Сәлих-Туҡай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәрәмов Миҙхәт Кәрим улы (1922—7.03.1993), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1963—1982 йылдарҙа — институт директоры. Тарих фәндәре докторы (1964), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1982) һәм Татар АССР-ының (1972) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Исрафилова Фәниә Абдулла ҡыҙы (1947), китапханасы. 1968 йылдан Әбйәлил район үҙәк китапханаһы китапханасыһы, 1977 йылдан — бүлек мөдире; 1994—2006 йылдарҙа үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шакиров Фәрит Шәмсимөхәмәт улы (1947—17.06.2020), нефтсе. 1965—2002 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы һәм мастеры. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡыҙыл Йондоҙ ауылынан.
- Купцова Ғәлиә Закир ҡыҙы (1952), педагог, күп бала әсәһе. 1970 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—2009 йылдарҙа Первомайский урта мәктәбе уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың II дәрәжә «Әсәлек миҙалы» менән бүләкләнеүсе (1987), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылынан.
- Лотфуллин Рәмил Йәүит улы (1952), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1974 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы; 1980 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы, 1986 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты хеҙмәткәре, 1989 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2005 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2002 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001). Сығышы менән хәҙерге Хабаровск крайының Днепровский ҡасабаһынан.
- Фәүхиев Фәхәл Карам улы (1952), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 2-се һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры, Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. «Миллиард тонна Башҡортостан нефте» билдәһе эйәһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Асауҙыбаш ауылынан.
- Минғазов Рәмил Сәғит улы (1957—12.09.2016), хирург-ғалим. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Монасипов Салауат Тайып улы (1933—2.12.2001), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1956 йылдан Баймаҡ районы хәҙерге Урғаҙа мәктәбе уҡытыусыһы; 1960 йылдан КПСС район комитеты пропагандисы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1963 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1965 йылдан Өфө ҡала мәктәптәре директоры, 1989—2001 йылдарҙа ҡала мәғариф бүлеге методисы, белгесе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Сәйетова Гөлшат Абдулла ҡыҙы (1953), педагог. 1989 йылдан Өфө ҡалаһының 119-сы урта мәктәбе, 2000—2011 йылдарҙа 144-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Әҙел ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ваһапова Хәлимә Мөжәүир ҡыҙы (1914—1988), хирург-табип, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби госпиталдең хирургия бүлеге начальнигы, медицина хеҙмәтенең гвардия капитаны. 1946—1958 йылдарҙа Учалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР‑ының 2-се саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- Мархасин Илья Львович (1919—21.04.1988), физик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1968 йылдан — Өфө нефть институты уҡытыусыһы, физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1968). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп (1979) һәм нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971). I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Клявлин Марс Сәлих улы (1949), инженер‑технолог-ғалим. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәте премияһы лауреаты (1978).
- Ғүмәров Миңлеғәли Ишмөхәмәт улы (1954), табип-ғалим. 1978 йылдан Баймаҡ ҡалаһы поликлиникаһының балалар хирургы, 1985 йылдан ҡала үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, 2007—2017 йылдарҙа — баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2003). Рәсәйҙең (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байым ауылынан.
- Зарипова Резида Фидай ҡыҙы (1974), театр артисы. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Һөйөндөк ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1765 йыл: Николай Тучков (1765), Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәткәре, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы.
- 1791 йыл: Сэмюэл Морзе, электромагнит тулҡындарын яҙыусы телеграф («Морзе аппараты»н) уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1820 йыл: Герберт Спенсер, Британия философы, социолог.
- 1840 йыл: Эдвард Уимпер, Британия сәйәхәтсеһе, альпинист һәм рәссам.
- 1855 йыл: Леонид Бельский, Рәсәй империяһы шағиры, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1865 йыл: Владимир Богораз, Рәсәй империяһы һәм СССР этнографы, лингвист һәм яҙыусы.
- 1910 йыл: Виктор Маслов, СССР футболсыһы, тренер.
- 1915 йыл: Артур Димитерс, Латвия ССР-ы актёры, режиссёр.
- 1935 йыл: Тео Ангелопулос, Греция кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1936 йыл: Фазле Хәсән Абед, Бангладештың социаль хеҙмәткәре.
- 1940 йыл: Хәлим Йәләлов, СССР-ҙың театр актёры, Татарстандың халыҡ артисы (1992).
- 1521 йыл: Фернан Магеллан, Португалия һәм Испанияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе.
- 1972 йыл: Кваме Нкрума, Гананың беренсе премьер-министры (1957—1960) һәм тәүге президенты (1960—1966).