Латвия Совет Социалистик Республикаһы

Латвия Совет Социалистик Республикаһы (рус. Латви́йская Сове́тская Социалисти́ческая Респу́блика, латыш. Latvijas Padomju Sociālistiskā Republika) — СССР составындағы союздаш республикаларҙың береһе.

Майҙаны — 64,58 мең км². Халҡы — 2 623 000 кеше. (1986). Баш ҡалаһы — Рига.

Ойошторолоуы

Беренсе Латыш Социалистик Совет Республикаһы Рәсәй империяһының Лифляндия губернаһы территорияһында 1918 йылда булдырыла һәм 1920 йылға тиклем ғәмәлдә була.

Икенсе донъя һуғышы башында Латвия территорияһына Ҡыҙыл Армия частары индерелә һәм совет яҡлы Август Кирхенштейн етәкселегендә хөкүмәт булдырыла, ул Халыҡ Сеймына һайлауҙар ойоштора. Һайлауҙарҙа коммунистик «Хеҙмәтсәндәр блогы» еңеп сыға. 1940 йылдың 21 июлендә Халыҡ Сеймы үҙенең беренсе ултырышында совет власын иғлан итә, дәүләттең исемен «Латвия Совет Социалистик Республикаһы» тип үҙгәртә һәм Мәскәүҙән Латвия ССР-ын СССР составына ҡабул итеүҙе һорай[2][3].

5 августа Латвия союздаш республикаларҙың береһе булараҡ СССР составына инә, ә 25 августа Латвия ССР-ының яңы Конституцияһы ҡабул ителә (СССР Конституцияһы өлгөһөндә; сираттағы Конституцияһы 1978 йылдың 18 апрелендә ҡабул ителә).

СССР составынан сығыуы

1990 йылдың 4 майында Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында Декларация ҡабул ителә. Был документҡа ярашлы, Латвияның 1922 йылғы Конституцияһы яңыртыла (уның 1-се статьяһында Латвия — бойондороҡһоҙ демократик республика тип әйтелә) һәм Сейм саҡырылышына тиклем күсеү осоро билдәләнә[4].

1991 йылдың 21 авгусында Латвия Юғары Советы «Латвия Республикаһының дәүләт статусы тураһында» Конституцион закон ҡабул итә һәм республиканың бойондороҡһоҙлоғон раҫлай[5].

1991 йылдың 6 сентябрендә СССР Дәүләт Советы Латвияның бойондороҡһоҙлоғон таный[6].

Республика филателияла

Наградалары

Латвия ССР-ы Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1972), Октябрь Революцияһы ордены (1980), Ленин ордены (1965) менән бүләкләнгән[7][8].

Иҫкәрмәләр

  1. СССР Дәүләт советы Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон 1991 йылдың 6 сентябрендә таный
  2. Семиряга М. И. Глава VI: Тревожное лето // Тайны сталинской дипломатии. 1939—1941. — М.: Высшая школа, 1992. — 303 с. — 50 000 экз. экз. — ISBN 5-06-002525-X.
  3. Как мы выбирали СССР | Рижский Краеведческий Сайт. www.myriga.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2019. Архивировано 20 март 2019 года.
  4. Декларация о восстановлении независимости Латвийской республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2020. Архивировано 13 февраль 2021 года.
  5. Конституционный закон О государственном статусе Латвийской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2020. Архивировано 24 июнь 2020 года.
  6. Постановление Государственного Совета СССР от 6 сентября 1991 года № 2. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2020. Архивировано 22 декабрь 2019 года.
  7. Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  8. Орденоносные республики СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2023. Архивировано 11 ғинуар 2023 года.

Әҙәбиәт

  • История Латвии. XX век. — Рига, 2005.