Бохара Социалистик Совет Республикаһы

Бохара Халыҡ Совет Республикаһы, был дәүләттең элгәре — менән бутамаҫҡа!

Бохара Социалистик Совет Республикаһы (рус. Буха́рская Социалисти́ческая Сове́тская Респу́блика) — совет республикаһы, Советтар Союзының союздаш республикаларының береһе.

Бохара Халыҡ Совет Республикаһын (БНСР) үҙгәртеп ҡороу һәм СССР составына ҡушылыу юлы менән ойошторола[1]. Советтарҙың 5-се Бөтә Бохара ҡоролтайы 1924 йылдың 19 сентябрендә БНСР-ҙы Бохара Социалистик Совет Республикаһы тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә, ул 1924 йылдың 27 октябрендә Урта Азия совет республикаларын милли-дәүләт бүлеүе һөҙөмтәһендә бөтөрөлә. уның территорияһы яңы ойошторолған Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, Үзбәк Совет Социалистик Республикаһы, Тажик АССР-ы (1929 йылдан, Тажик Совет Социалистик Республикаһы) составына инә[2]. Баш ҡалаһы — Бохара. Ул республиканың иң ҙур ҡалаһы һәм исеме лә шунан килеп сыҡҡан. БССР-ҙың башҡа ҙур ҡалалары: Ҡаршы, Термез, Чарджуй, Куляб, Дүшәмбе һәм Шәһрисәбез.

Географияһы

Төньяҡ-көнбайышта Бохара ССР-ы Хәрәзм Социалистик Совет Республикаһы, көнбайышта Төркөстан АССР-ының Каспий аръяғы өлкәһе, көньяҡта Афғанстан әмирлеге (Амударъя һәм Пәнж йылғалары аша), көнсығышта Төркөстан АССР-ының Фәрғәнә өлкәһе, төньяҡта Төркөстан АССР-ының Сәмәрҡәнд һәм Һырдаръя өлкәләре менән сиктәш була. Төркөстан АССР-ы РСФСР составына инә.

Дәүләт ҡоролошо

Республикала Бохара коммунистик партияһы идара итеүсе партия булып тора. Республиканың үҙ ҡораллы көстәре — Бохара Ҡыҙыл Армияһы була.

1924 йылдың 19 сентябрендә Бохара ССР-ының СССР составына союздаш республика булараҡ инәсәге тураһында иғлан ителә. 27 октябрҙә Бохара ССР-ы бөтөрөлә, ә уның территорияһы милли билдәләр буйынса ойошторолған яңы республикалар араһында бүленә: Үзбәк ССР-ы — 86 %-нда һәм Төркмән ССР-ы — 14 %-нда ойошторола.

Әҙәбиәт

  • Бухарская Народная Советская Республика // = Большая советская энциклопедия. — Москва: Советская энциклопедия, 1926—1990.
  • Бухоро Халқ Совет Республикаси // = Национальная энциклопедия Узбекистана. — Ташкент, 2000—2005.
  • Ишанов А. И. Бухарская Народная Советская Республика. Ташкент, 1969 (библ. с. 381—390)
  • Путь Бухары и Хивы к социализму (История Бухарской и Хорезмской народных советских республик), М., 1967

Тема буйынса өҫтәмә