6 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- «Табиптар тыныслыҡ өсөн» көнө.
- Ядро ҡоралын тыйыу өсөн көрәш көнө (Хиросима көнө).
- Музыка формаһы һәм жанры — блюз көнө.
- Бәшмәк ямғыры көнө.
Аргентина: Бала көнө.
Боливия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Иран: Конституция көнө.
Канада: Ризыҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Тула перәниге көнө.
Ямайка: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
АҠШ: Клоун көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Тимер юл ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 988 йыл: Киев кенәзе Владимир христиан динен ҡабул итә.
- 1496 йыл: Бартоломео Колумб бөгөнгө Доминика Республикаһы баш ҡалаһы Санто-Домингоға нигеҙ һала.
тулы исемлек
- 1790 йыл: Яҙыусы А. Н. Радищев «Петербургтан Мәскәүгә сәйәхәт» китабы өсөн үлем язаһына хөкөм ителә.
- 1825 йыл: Чукисаке (хәҙер Сукре) ҡалаһындағы конгресс Боливияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1896 йыл: Мадагаскар Франция колонияһы тип иғлан ителә.
- 1940 йыл: Эстония СССР составына инә.
- 1945 йыл: АҠШ Японияның Хиросима ҡалаһына ядро бомбаһы ташлай.
- 1958 йыл: Мәләүез эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
- 1962 йыл: Ямайка Британ империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
Был көндә тыуғандар
- Бондаренко Илья Евграфович (1870—21.07.1947), архитектор, архитектура тарихсыһы. 1919—1922 йылдарҙа Октябрь революцияһы исемендәге Өфө пролетариат художество музейын (хәҙер М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы) ойоштороусы һәм уның тәүге директоры. 1919—1922 йылдарҙа Өфө губернаһының мәҙәни һәм тарихи хазиналарын һаҡлау һәм уларҙы яңы төҙөлгән музейҙарҙа, китапханаларҙа һ.б. урынлаштырыу буйынса эштәр етәксеһе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ихсанова Камал Иҙиәтулла ҡыҙы (1910—25.07.2001), театр актёры. 1932 йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз театры (хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры), 1947—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан.
тулы исемлек
- Хайбрахманов Әсләм Хайбрахман улы (1925—26.10.2012), иҡтисадсы-ғалим, мәғариф өлкәһе, партия органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1960 йылдарҙа КПСС-тың Баҡалы район комитеты секретары; 1964 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре; 1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1969—1992 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—1972 йылдарҙа — проректор, 1973 йылдан — политэкономия кафедраһы мөдире; 1977—1987 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты деканы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Нөрәй ауылынан.
- Ишбирҙин Сәғәҙәт Ғәтиәт улы (1930), педагог, мәғариф өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1950 йылдан Баймаҡ районы 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире; 1953—1957 һәм 1965—1990 йылдарҙа Иҫке Сибай урта мәктәбе директоры; 1958—1964 йылдарҙа «Сибай» совхозының партия комитеты секретары. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Кәримова Роза Әхмәт ҡыҙы (1935), тел белгесе-ғалим. 1968 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2014 йылдан — консультант-профессор. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Ионосий II (донъяуи исеме Прозоровский Дмитрий Дмитриевич; 1871—25.10.1937), дин әһеле. 1912—1936 йылдарҙа Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, архиепископ. 1934—1936 йылдарҙа Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1898). Архиепископ (1926), архимандрит (1901). Сәйәси золом ҡорбаны. 3-сө (1913) һәм 4-се (1908) дәрәжә Изге Владимир, II дәрәжә Изге Анна (1902) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ырымбур районы Северный ауылынан.
- Пермяков Илья Григорьевич (1901—28.06.1983), ғалим-инженер, нефтсе. 1948 йылдан Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының бүлек начальнигы; 1966—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Геология минералогия фәндәре кандидаты (1962), профессор (1966). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1959). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Берёзовка ауылынан.
тулы исемлек
- Фәхрисламов Мөхәмәтнур Хәбибрахман улы (1921—31.01.1952), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан Өфө районының А. Д. Цюрупа исемендәге совхоз бригадиры, 1951 йылдан — бүлексә идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Арыҫлан ауылынан.
- Рифҡәт Исрафилов (1941), режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
- Емельянова Валентина Николаевна (1951), хеҙмәт ветераны. 1969—2006 йылдарҙа Салауат ҡала элемтә узелының яуаплы хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының элемтә мастеры (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Ардисламов Вил Камил улы (1956), ғалим-инженер, комсомол органдары ветераны, дәүләт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1991 йылдарҙа институттың ВЛКСМ комитеты секретары, 1991—1996 йылдарҙа авиация-технология факультетының декан урынбаҫары; 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы, 2001 йылдан — комитет рәйесенең 1-се урынбаҫары; 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисад бәйләнештәре, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрының 1-се урынбаҫары. 2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Департамент директоры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1989), доцент (1991). ВЛКСМ-дың 18-се съезы делегаты (1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Стаханова Эмма Зыя ҡыҙы (1956), мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләре ветераны. 1984—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы, 2009—2013 йылдарҙа ҡаланың «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре. 2011 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Тайсин Вафир Нурислам улы (1927—10.01.1995), механизатор. 1943 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл һабан» колхозы тракторсыһы; 1949 йылдан Әлмөхәмәт МТС-ының тракторсылар бригадиры, 1960—1987 йылдарҙа «Урал» совхозы Әлмөхәмәт бүлексәһенең тракторсы-машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Горшенин Николай Ефимович (1932—10.12.2005), механизатор. 1952—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы механизаторы. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (1962—11.08.2008), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афған һуғышында һәм Абхазиялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ (1988) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1988) ордендары кавалеры һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
- Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы (1953), СССР һәм Рәсәй дипломаты. Батырлыҡ ордены кавалеры (2013).
- Рябчиков Василий Родионович (1904—23.07.1986), инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1939 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводы төҙөлөшенең баш инженеры һәм директоры, 1946 йылдан СССР Нефть сәнәғәте министрлығының нефть эшкәртеү баш идаралығы начальнигы, нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1957 йылдан Чечен-Ингуш Халыҡ хужалығы советы рәйесе, 1958—1974 йылдарҙа РСФСР Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары. 2‑се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). Ике Ленин (1945, 1959) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1948, 1952, 1971) кавалеры. Сығышы менән Смоленск губернаһының Кокорёво ауылынан.
- Володин Григорий Симонович (1919—19.03.1981), төҙөүсе-инженер, нефть сәнәғәте тармағының төҙөлөш ойошмалары һәм дәүләт органы хеҙмәткәре. 1971—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1964). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Петровск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Паширов Валентин Дмитриевич (1924—6.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, танк полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Кушнаренко ауылынан.
- Ишбирҙин Сәғәҙәт Ғәтиәт улы (1929—2022), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1953—1957 һәм 1965—1990 йылдарҙа Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбе директоры, 1958—1964 йылдарҙа «Сибай» совхозының партком секретары. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Туганова Ариадна Артуровна (1929—24.04.2022), бейеүсе, театр артисы. 1971—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актёры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Рәхимов Әхмәт Зәки улы (1934—20.02.2020), психолог-ғалим. 1969—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан психодидактика һәм инноватика кафедраһы, 1998—2003 йылдарҙа психология кафедраһы мөдире. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001).
- Максимов Владимир Александрович (1944), географ-ғалим. Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1971), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Хәбибуллин Рәмил Миҙхәт улы (1949), табип-сурдолог, Республика балалар клиник дауаханаһы консультатив-диагностика поликлиникаһының сурдология үҙәге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
- Әхмәтшина Зинфира Рим ҡыҙы (1959), педагог. Дүртөйлө ҡалаһының 6-сы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Яҡупов Риф Исмәғил улы (1959—11.07.2019), этнограф-ғалим. 1986—2003 йылдарҙа өҙөклөк менән Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Әхмәтгәрәева София Тәүрат ҡыҙы (1979—5.08.2017), спортсы. 2003—2017 йылдарҙа армспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Өс тапҡыр донъя (2003—2004), Европа (2003) һәм Рәсәй (2012—2014) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Дмитриевка ауылынан.
- 1715 йыл: Люк де Клапье Вовенарг, Францияның аҡыл эйәһе, эссеист һәм моралист.
- 1795 йыл: Генрих Роз, Германия химигы.
тулы исемлек
- 1835 йыл: Константин Поленов, Рәсәй империяһының металлург-ғалимы.
- 1910 йыл: Николай Будашкин, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1972).
- 1910 йыл: Чарльз Крайтон, Англия кинорежиссёры, продюсер.
- 1915 йыл: Валентин Левашов, композитор, хор дирижёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1928 йыл: Энди Уорхол, АҠШ рәссамы, продюсер, дизайнер.
- 1940 йыл: Муху Әлиев, СССР-ҙың партия, совет органдары һәм Рәсәйҙең дәүләт органдары хеҙмәткәре, 2006—2010 йылдарҙа Дағстан Республикаһы президенты.
- 1949 йыл: Рукавишников Виктор Степанович, табип-ғалим, хеҙмәт медицинаһы өлкәһендәге белгес, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының (2004) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
- 1950 йыл: Дэвид Гамбург, АҠШ һәм Рәсәй актёры, режиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1955 йыл: Том Сандберг, Норвегия спортсыһы, олимпия (1984) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965 йыл: Юки Кадзиюра, Япония музыканты, композитор, музыкаль продюсер.
- 1965 йыл: Дэвид Морис Робинсон, АҠШ баскетболсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1970 йыл: Марина Могилевская, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010).
- 1970 йыл: М. Найт Шьямалан, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, сығышы менән Һиндостандан.