Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы

Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов (рус. Кульмухаметов Азамат Рахметович1953 йылдың 6 авгусы, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй дипломаты. Батырлыҡ ордены кавалеры (2013).

Биографияһы

Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов 1953 йылдың 6 авгусында Башҡорт АССР-ының Нуриман  районында тыуған. Милләте — башҡорт.

Өфө ҡалаһының 91-се мәктәбен тамамлағандан һуң, СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына (МГИМО) инә. Уны 1976 йылда тамамлай. Рус, башҡорт, ғәрәп, инглиз, француз телдәрен белә[1].

1978 йылдан башлап СССР Сит ил эштәре министрлығының, унан һуң Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында һәм сит илдәрҙә төрлө дипломатик вазифаларында эшләй. Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы (1978—1981), Мысыр Ғәрәп Республикаһындағы (1987—1988) СССР Илселектәрендә эшләй.

  • 1978 йылдан — Алеппола (Сүриә) СССР Генераль консуллығы атташеһы.
  • 1982 йылдан — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Яҡын Көнсығыш бүлегенең өсөнсө секретары, атташе.
  • 1987 йылдан — СССР-ҙың Мысырҙағы Илселегенең икенсе секретары.
  • 1988 йылдан — беренсе секретарь, СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлеге кәңәшсеһе.
  • 1993—1998 йылдар — Иордания Хашими Короллегендә Рәсәй Федерацияһы Илселегенең кәңәшсеһе.
  • 1998—2000 йылдар — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментының бүлек начальнигы
  • 2000—2003 йылдар — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментының директор урынбаҫары.
  • 2003 йылдың 4 ғинуары — 2008 йылдың 28 ғинуары — Рәсәй Федерацияһының Күвейттәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе[2].
  • 2008 йылдың марты — 2011 йылдың 7 сентябре — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментының директор урынбаҫары.
  • 2011 йылдың 7 сентябре — 2014 йылдың 22 декабре — Рәсәй Федерацияһының Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе[3][4].

2015 йылдың 23 апреленән — Украиналағы хәлде көйләү буйынса контакт төркөмөндә Рәсәй Федерацияһының махсус вәкиле[5][6].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.

Атаһы сығышы буйынса — Ишембай районы Ҡанаҡай ауылыныҡы[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа навградалары

  • XXX йыл «Бик яҡшы хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2008 йылдың 16 декабре) — Рәсәй Федерацияһының тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәттәре һәм күп йылдар буйы намыҫлы хеҙмәте өсөн[8];
  • Батырлыҡ ордены (2013 йылдың 25 июле) — Рәсәй Федерацияһының Сүриә йүнәлешендәге тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн [9][10];
  • «Гражданлыҡ хеҙмәттәре өсөн» 1 класлы орден (Сүриә, 2014)[11];
  • «Бөйөк кенәз Сергей Александрович ордены» почётлы иҫтәлек билдәһе (Фәләстин православие император йәмғиәте, 2015 йылдың 4 июне)[12].

Дипломатик рангы

  • 2-се класлы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы кесе илсе (2.04.2003)[13]
  • 1-се класлы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы кесе илсе (6.03.2007)[14]
  • Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (1.05.2012)[15].

Иҫкәрмәләр

  1. Биография Азамата Кульмухаметова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2015. Архивировано 29 апрель 2015 года.
  2. О Кульмухаметове А. Р.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2011 года № 1172 «О назначении Кульмухаметова А. Р. Чрезвычайным и Полномочным Послом Российской Федерации в Сирийской Арабской Республике». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2013. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2014 года.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 22 декабря 2014 года № 802 «О Кульмухаметове А. Р.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2014. Архивировано 22 декабрь 2014 года.
  5. Распоряжение Президента Российской Федерации от 23.04.2015 № 110-рп «О специальном представителе Российской Федерации в Контактной группе по урегулированию ситуации на Украине». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года.
  6. КУЛЬМУХАМЕТОВ Азамат Рахметович | ЦентрАзия. centrasia.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2025.
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Указ Президента Российской Федерации от 16 декабря 2008 года № 1779 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Министерства иностранных дел Российской Федерации»(недоступная ссылка)
  9. Указ Президента Российской Федерации от 25 июля 2013 года № 639 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  10. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Башҡорт егетенә – Ҡаһарманлыҡ ордены! Bashkortostan logo1.jpg, 2013, 1 ноябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2017)
  11. Выписка из протокола Совета ИППО о приеме в члены ИППО и о награждении почётными знаками и грамотой ИППО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2015. Архивировано 10 июнь 2015 года.
  12. Выписка из протокола Совета ИППО о приеме в члены ИППО и о награждении почётными знаками и грамотой ИППО
  13. Указ Президента Российской Федерации от 2 апреля 2003 года № 392 «О присвоении дипломатических рангов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2013. Архивировано из оригинала 29 ноябрь 2014 года.
  14. Указ Президента Российской Федерации от 6 марта 2007 года № 277 «О присвоении дипломатических рангов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2013. Архивировано из оригинала 29 май 2014 года.
  15. Указ Президента Российской Федерации от 1 мая 2012 года № 541 «О присвоении Кульмухаметову А. Р. дипломатического ранга Чрезвычайного и Полномочного Посла». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2013. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2014 года.