Рәхимов Әхмәт Зәки улы

Рәхимов Әхмәт Зәки улы (6 август 1934 йыл20 февраль 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-психологы, педагог. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001).

Биографияһы

Рәхимов Әхмәт Зәки улы 1934 йылдың 6 авгусында Башҡортостан АССР-ының Бүздәк районы Киәҙетау ауылында тыуған.

1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[2].

1965 — 1968 йылдарҙа Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау урта мәктәбе директоры[3].

1968 йылдан Өфөлә Башҡортостан һөнәри техник белем биреү идаралығы методисы булып эшләй.

1969—2015 йылдарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының психодидактика һәм нравология лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан университеттың психодидактика һәм инноватика кафедраһы мөдире, ә 1998—2003 йылдарҙа психология кафедраһы мөдире була[2].

2003—2005 йылдарҙа Баш ҡала гуманитар институтының Өфө филиалында уҡыта.

Бер үк ваҡытта 1987—2006 йылдарҙа «Ижади үҫеш» Башҡортостан республика ассоциацияһы рәйесе, 1992 йылдан «Урҙай» Республика экология‑һауыҡтырыу үҙәге рәйесе булып тора.

Фәнни эшмәкәрлеге

230‑ҙан ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, шул иҫәптән урта мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әхлаҡи тәрбиә буйынса дәреслектәр, авторы[2].

Төп хеҙмәттәре

  • Формирование творческого мышления школьников : автореф. дис. … канд. психол. наук : 19.00.07. — М., 1993. — 43 с.
  • Психодидактика : пед. акмеология. Пед. технология твор. развития. Учеб. пособие. — 1996. — 207 c. — ISBN 5-88064-022-1

Иҫкәрмәләр