Рябчиков Василий Родионович

Рябчиков Василий Родионович (6 август 1904 йыл — 23 июль 1986 йыл) — инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1939 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводы төҙөлөшөнең баш инженеры һәм директоры, 1946 йылдан СССР Нефть сәнәғәте министрлығының нефть эшкәртеү баш идаралығы начальнигы, нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1958—1974 йылдарҙа РСФСР Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары. 2‑се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). Ике Ленин (1945, 1959) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1948, 1952, 1971) кавалеры.

Биографияһы

Василий Родионович Рябчиков 1904 йылдың 6 авгусында Смоленск губернаһының Кокорёво ауылында тыуған[1].

1930 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын[2] тамамлай һәм Мәскәүҙәге 1-се «Нефтегаз» заводында инженер булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[3], артабан цех начальнигы була[1].

1935 йылдан Авиация яғыулыҡтары һәм майҙары үҙәк институты инженеры, 1936 йылдан — «Нефтезаводпроект» тресының цех начальнигы, проекттың баш инженеры[3].

1939 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводы төҙөлөшөнең баш инженеры һәм 1942 йылдан — директоры.

1946 йылдан СССР Нефть сәнәғәте министрлығының нефть эшкәртеү баш идаралығы начальнигы, нефть сәнәғәте министры урынбаҫары.

Василий Рябчиков етәкселегендә илдә тәүге тапҡыр полимерлаштырыу һәм алкилләштереү ҡоролмалары өсөн фосфор катализаторы етештереүҙең яңы ысулын эшләү эшләнә. Бының өсөн 1949 йылда ул 2‑се дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була[3].

1957 йылдан Чечен-Ингуш иҡтисади-административ районы рәйесе.

1958—1974 йылдарҙа РСФСР Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары.

1986 йылда Мәскәү ҡалаһында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ике Ленин ордены (1945, 1959)
  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1948, 1952, 1971)
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1949).